Республика парламентында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Ноябрь айында Башҡортостанда түләүле парковкалар тураһында закон ҡабул ителде. Был урындар бөтә инвалидтар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн бушлай була. Хәҙер күп балалы ғаиләләр өсөн дә ошондай ташлама тәҡдим ителә, тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.