Рамир Сабир улы Камаловтың яҙмышы ябайҙарҙан түгел. Афғанстандағы хәрби хәрәкәт- тәрҙә ҡатнашырға тура килә. Артиллерияла хеҙмәт итә, БМ-21 водителе һәм үҙйөрөшлө реактив залплы ут системаһы ҡороусыһы була. Афғанстан республикаһын арҡырынан буйға, Иран һәм Фәләстан сигенә тиклем йөрөп сыға, бер алыш ваҡытында, снаряд ярсығы тейеп, яралана. Госпиталдә дауаланғас, тыуған яғына ҡайта, Фрунзе исемендәге колхозда водитель булып эшләй, ситтән тороп Дыуан ауыл хужалығы техникумының зоотехника бүлексәһен тамамлай.
2000 йылда ҡатыны Венера Винер ҡыҙы һәм ике ҡыҙы менән кәңәшләшеп, крәҫтиән-фермер хужалығы асырға хәл итә, тәүҙә һыйырҙар үрсетһә, һуңынан һарыҡсылыҡҡа тотона. Кредит юллап, КУН-10 аҫылмалы ҡорамалы менән МТЗ-82 тракторы, ЖВП-4,9 урғысы һатып ала. “Ауыл хужалығы реформаларға дусар булғас, күпселек таныштарым Төньяҡ райондарға эшкә китте. Мин иһә ерҙә эшләргә, аҡ ҡайынлы төбәктә йәшәргә, саф һауа һуларға, таҙа һыу эсергә күнеккәнмен. Ләкин йәш барыуы үҙен һиҙҙерә, биш йыл элек КФХ-ны ябып, шәхси ярҙамсы хужалығымды киңәйтергә булдым. Ихатабыҙҙа 30 баш һарыҡ бар ине. Салауат районы Ахун ауылынан Романов тоҡомло һәм Ҡыйғы районы Ләүзә ауылынан Тексель тоҡомло һарыҡтар һатып алдыҡ. Аҡрынлап 500 башҡа етте. Йорт ҡуяндарын да үрсеттек, уларҙы 200 башҡа еткерҙек,” – тип һөйләй йорт хужаһы. Камаловтарҙың һарыҡсылыҡ биләмәһе ауылдан алыҫ түгел урынлашҡан. Рамир Сабир улы элекке колхоздың буш торған ферма биналарын һәм ерен һатып алған. Барлығы 120 гектар ере бар. Көндөҙ һарыҡтар ялан кәртәһенә сығарыла, улар эргәһендә – алты һыйыр, тана быҙауҙар, бер пар кәзә. Яңы тыуған бәрәстәр бинала аҫрала. Эшһөйәр хужа бәрәсләгән һарыҡтарҙы айырым ябыу өсөн ситлектәр яһаған.
Камаловтар күп йыллыҡ үләндәрҙән мул итеп бесән әҙерләгән, фуражға һоло үҫтергән. Бәрәстәр өсөн ҡайын миндектәре бәйләгәндәр. Йәш мал ылыҫлы ағасты ла ярата, ләкин хәҙер уны табыу ҡыйыныраҡ.
Р. Камаловтың ышаныслы ярҙамсыһы бар – Рәмил Сәрүәр улы Әхмәтов һәр саҡ фермала тиерлек. Венера Винер ҡыҙы – социаль хеҙмәткәр. Барлыҡ буш ваҡытын йорт мәшәҡәттәре менән үткәрә. Был ғаилә етештергән продукцияға һорау ҙур. Бөгөн күптәр сифатлы натураль аҙыҡтың баһаһын аңлай һәм Камаловтарҙан һөт ризыҡтары һәм, әлбиттә, һарыҡтар һатып ала. Һарыҡтарҙы тере ауырлыҡта килограмын 120 һумдан һаталар. Хатта был осраҡта ла табыш алырға мөмкин. Ошо йылдар эсендә 300 баш һарыҡ һатып, өлкән ҡыҙҙарына фатир алырға ярҙамлашҡандар, үҙ кредит- тарын түләп бөтөргәндәр.
“Беҙ динле ғаилә. Ҡатыным Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) тыуған иленә хаж ҡылды. Беҙ күрше райондарҙың дин әһелдәре менән дуҫбыҙ, уларҙың үтенесе буйынса Ҡорбан байрамына, башҡа дини байрамдарға тәкәләр алып барабыҙ,” – тип һөйләй йорт хужаһы.
Ул шулай уҡ башҡа һарыҡ аҫраусылар менән дә бәйләнеш тота. Башҡалар кеүек үк, һарыҡ йөнөн һәм тиреһен һатыу баҙары булмауын билдәләй. Бөгөн был сеймалды юҡ итергә тура килә. Проблеманы хәл итеүҙә БР Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы талап ителә. Ҡиммәтле сеймал юҡҡа сығырға тейеш түгел.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.