Күрше Балаҡатай районында тәбиғәт-климат шарттары, беҙҙәгегә ҡарағанда, бер аҙ ҡырыҫыраҡ. Шунлыҡтан күрше район фермерҙары, яҡташтарының өҫтәлендә йыл әйләнәһенә яңы өлгөрөп еткән йәшелсәләр булһын өсөн, теплица хужалығын үҫтереүҙе күптән башлап ебәргән. Район ауыл хужалығы предприятиеларында 0,77 гектарҙа ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтерелә. Төбәк агрономия конференцияһы барғанда беҙ ике ошондай хужалыҡ етәксеһе менән осрашып һөйләшә алдыҡ.
Ҙур эш бәләкәй башланғыстан башлана.
Кирекәй ауылынан Динар Әнүәр улы Ғәлиәкбәров һөнәре буйынса элемтәсе, үҙенең тәүге ҙур булмаған теплицаһын 2004 йылда төҙөй. Ошо ваҡыттан алып, иртә яҙҙан йәшелсә үҫтереп, ауылдаштарын ҡыуандырыу уға оло ҡәнәғәтлелек тойғоһо килтерә башлай. Бөгөн уның пленка аҫтындағы теплицаһы 0,35 гектар ерҙе биләй, уның иң ҙур өлөшөн ҡыяр үҫтереүгә бүлгән. “Үрсетмәләрҙе ғинуар баштарында улар өсөн махсус әҙерләнгән урынға сәсәбеҙ, ике аҙна булғас, теплицаға күсереп ултыртабыҙ. Ҡыярҙың “Маша”, “Барвинок”, томаттың “Мишуай” сорттарына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Рәт араларына йәшел үләндәр һәм укроп, кориандр, базилик, салат, петрушка кеүек культураларҙы сәсәбеҙ, редис та яҡшы һатыла. Теплицала өс кеше даими эшләй,” – тип һөйләй йәш эшҡыуар.
2018 йылда улар үҙҙәре үҫтергән 25 тонна продукцияны һатҡан. Динарҙың атаһы Әнүәр Жәләл улы һәм туғаны Регина Әнүәр ҡыҙы 2018 йылда ит-һөт продукцияһын эшкәртеү эшен ойоштороп ебәргән. Әлегә улар ҡулланыусыларҙың ихтыяжда- рына ҡарап эш алып бара. Улар етештергән аҙыҡ бик үтемле.
“Байлыҡ елгә осмаҫҡа тейеш”
Ҡарлыхан ауылынан йәш, инициативалы эшҡыуар Дмитрий Викторович Дремин тыуған ауылында ағас күмере етештереү цехын асҡанда ошолай ҡарар итә. Йылылыҡ һауаға осмаһын өсөн, ул 2014 йылда цех эргәһендә теплица ла булдыра. Бөгөн поликарбонат аҫтындағы 700 кв. метрлы ябыҡ тупраҡта “Мамлюк”, “Кураж”, “Геракл” сортлы ҡыяр үҫә. Етештерелгән һутлы һәм тәмле продукцияны үҙҙәренең магазинында һатыла. “Беҙ биш кеше өсөн эш урыны булдырҙыҡ, шулай уҡ ситтән сезонлы эшселәр саҡырабыҙ,” – тип һөйләй йәш эшҡыуар.
Дмитрийҙың атаһы Виктор Александровичтың үҙ икмәк бешереү цехы бар, ауылдаштарын тәмле икмәк һәм башҡа ризыҡтар менән тәьмин итә.
Күрше райондың аталы- уллы эшҡыуарҙары бына ошондай эштәр менән мәшғүл. Уларҙың тәжрибәһе беҙҙең район халҡын да ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайбыҙ.