Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Салауат районында 141,8 миллион һумлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә

«Демография» милли проекты сиктәрендә Янғантау ҡасабаһында балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә.

Салауат районының Янғантау ҡасабаһында балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә. Ул «Демография» милли проекты сиктәрендә дәүләт заказы булып тора. Башланғыс хаҡы 141,8 миллион һумлыҡ контрактты «ГК Лидер-групп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алды, аҡса республика һәм федераль бюджеттарҙан бүленде.
190 урынға иҫәпләнгән социаль объектты төҙөү 20 ғинуарҙа башланды, уны быйыл 31 декабрҙә тамамлау күҙаллана. Дөйөм майҙаны яҡынса 3 500 квадрат метрлыҡ балалар баҡсаһы 2-3 йәшлек балалар өсөн өс төркөмгә һәм 3-7 йәшлек балалар өсөн өс төркөмгә иҫәпләнгән.
Проект буйынса балаларҙың физик һәм аҡыл үҫеше өсөн бөтә шарттар ҡаралған: медицина һәм методика кабинеттары, музыка һәм спорт залдары, иркен бүлмәләр. Балалар саф һауала уйнай ала: улар өсөн тауҙар, ҡом менән уйнау урындары, өйҙәр, бәүелсәктәр һәм спорт ҡоролмалары була.
Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, төҙөлөш штат режимында алып барыла, эпидемия шарттарында иҫкәртеү ҡағиҙәләре үтәлә.
«Төҙөлөш материалдары етерлек, графиктан артта ҡалыу юҡ. Объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты күсерелмәй», — тине «Лидер-Групп» компанияһының генераль директоры Рөстәм Ғәйнетдинов.

В Салаватском районе строится детский сад стоимостью более 140 млн рублей

В поселке Янгантау Салаватского района продолжается строительство детского сада, который является госзаказом в рамках нацпроекта «Демография». Контракт начальной стоимостью 141,8 млн руб. получило ООО «ГК Лидер-групп», средства выделены из республиканского и федерального бюджетов.
Строительство соцобъекта на 190 мест начато 20 января, завершение планируется 31 декабря текущего года. Детский сад общей площадью почти 3 500 квадратных метров спроектирован на три группы для детей в возрасте 2-3 лет и три группы для детей 3-7 лет.
По проекту предусмотрено все необходимое для физического и интеллектуального развития детей: медицинский и методический кабинеты, музыкальный и спортивный залы, просторные помещения групп. Дети смогут играть на свежем воздухе: для них построят горки, песочницы, домики, качели и спортивные сооружения.
По информации Госстроя Башкирии, строительство ведется в штатном режиме, с соблюдением мер профилактики в условиях эпидемии.
«Строительные материалы в достаточном количестве, отставания от графика нет. Сроки сдачи объекта не сдвигаются», — прокомментировал генеральный директор ГК «Лидер-Групп» Рустем Гайнутдинов.
Читайте нас: