Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Апрель 2018, 17:57

ТӨҘӘЛЕҮГӘ ЮЛ

Суд приставтары законға 2016 йылдың 15 июлендә үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәрҙе әүҙем ҡуллана.

Суд приставтары законға 2016 йылдың 15 июлендә үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәрҙе әүҙем ҡуллана. Уларға ярашлы, алимент буйынса бурыстары йыйылған кешеләр, енәйәт яуаплылығына тарттырылмайынса, төҙәлеү мөмкинлеген ала. Һүҙ РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының яңы 5.35.1-се статьяһы тураһында бара. Ул алимент түләмәү өсөн яуаплылыҡты күҙ уңында тота, һәм был яуаплылыҡҡа тарттырыу РФ Хөкөм кодексының 157-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн мотлаҡ шарт булып тора. 2018 йыл башынан алимент түләтеү тураһында башҡарыу эштәре буйынса 6 бурыслы кеше РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.35.1-се статьяһының 1-се өлөшө (балаларҙы йә иһә эшкә яраҡһыҙ ата- әсәләрҙе ҡарауға аҡса түләмәү) буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылды һәм судҡа ебәрелде. Был вайымһыҙ атайҙарҙың 13 балаға 1 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған. Мировой суд уларҙы ғәйепле тип таныны һәм һәр ҡайһыһына административ яза тәғәйенләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңы яза сараһы – бурыслы кешегә енәйәт яуаплылығынан ҡотолоу мөмкинлеге. Бәлки, кеше үҙенең алимент түләү буйынса яуаплылығын тулыһынса аңларға өлгөрмәгәндер һәм бындай административ яза уға төҙәлергә сигнал булып торасаҡ. Әгәр ҙә инде граждан элеккесә алимент түләүҙән ситләшһә, уға ҡарата РФ Хөкөм кодексының 157-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ – яза рәүешендә 1 йылға тиклем мәжбүри йә иһә хоҡуҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итеү, йәки 1 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.
Э. Вәлиева,бүлек начальнигы, өлкән судприставы вазифаларын башҡарыусы.
Читайте нас: