2018 йылдың 5 октябрендә бөтә Рәсәйҙә ошо юбилей датаһына арналған саралар үтте.
100 йыл эсендә уголовный розыск енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, граждандарҙың законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса ҡатмарлы юл үткән, бөгөн эске эштәр хеҙмәтенең төп бүлексәһе булып тора. Был хеҙмәттә эшләүселәр һәр ваҡыт енәйәтселеккә ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында булды. Һәм улар бөгөн дә үҙ бурыстарын намыҫлы башҡара, элекке быуындарҙың туплаған тәжрибәһен артабан байыта.
БР-ҙың төньяҡ-көнсығыш райондары уголовный розыск ветерандары милиция подполковнигы Р. Ғәлиев, милиция майоры Ф. Самматов, подполковник Ф. Ибәтуллин етәкселегендә Ҡыйғы районында “Элекке оперҙар булмай” дивизы аҫтында осрашыу уҙғарҙы. Унда биш райондан ветерандар, шулай уҡ һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙең тормош иптәштәре ҡатнашты.
Сара башында енәйәтселәр ҡулынан һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Балаҡатай райондары ветерандары һәм Ҡыйғы эске эштәр бүлегенең енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре милицияның генерал-майоры, Дәүләт Йыйылышы депутаты, эске эштәр министры Р. Фәйрүзовтың бюсы алдына сәскәләр һалды. Ветеран, милиция майоры Р. Баймышев генерал-майор Р. Фәйрүзов тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уның үҙ ғүмере ахырынаса һөнәренә тоғро ҡалыуы тураһында бәйән итте. Артабан осрашыу кафела дауам итте. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы һәм Дыуан райондары буйынса бүлектәре начальниктары Э. Сабиров менән Э. Әпсәләмов йыйылыусыларҙы тәбрикләне. Оҙаҡ йылдар Ватанға хеҙмәт иткән ветерандарға рәхмәт белдереп, улар юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Артабан Р. Ғәлиев, Ф. Ибәтуллин, Ф. Самматов, Д. Хәйретдиновтар сығыш яһаны һәм, хеҙмәт итеү осоронда күрһәткән ҡыйыулыҡтары, оҫталыҡтары, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн, коллегаларына рәхмәт белдерҙе, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләне.
Д. Ибәтуллина, район ветерандар советы рәйесе.