Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
31 Октябрь 2018, 12:29

ЗАКОНЛЫЛЫҠ ҺАҒЫНДА

1 ноябрҙә Федераль суд приставтары хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре үҙ һөнәри байрамдарын билдәләй. Бөгөнгө көндә Ҡыйғы суд приставтары бүлеге коллективы 8 кешенән тора. Бер суд приставы үтәүсеһе айына 2000-дән ашыу үтәтеү эшен ҡарай.

Суд приставтары үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй, төрлө кимәл бюджеттарҙы тулыландырыуға ҙур өлөш индерә. Бынан тыш, көс звеноһы – айырым суд приставтары суд биналарында хәүефһеҙлекте тәьмин итә.
Ирина Рәхим ҡыҙы Сәхәүетдинова (һүрәттә) был системала 15 йылдан ашыу эшләй. Ул – 3-сө разрядлы өлкән белгес. Коллективта ихтирам яулаған, үҙ бурыстарын һәр саҡ намыҫ менән үтәй. Башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә ошолай уҡ яуаплы.
Суд приставтары хоҡуҡ боҙоу факттары буйынса тәүтикшереү уҙғара, бурыслы кешеләрҙе эҙләй, уларҙың мөлкәтен асыҡлай, шулай уҡ балаларҙы эҙләүҙе бойомға ашыра. Алименттарҙы түләтеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Һалымдар, социаль һәм коммуналь түләүҙәр буйынса бурыстарҙы ҡайтарыуға шулай уҡ етди иғтибар бирелә.
Быйылғы йылда ғына суд приставтары тарафынан 52 миллион һум төрлө бурыс түләтелгән. Урындағы бюджетҡа, мәҫәлән, 1 миллион һумдан ашыу аҡса ингән, ошоноң дүрттән бер өлөшө – транспорт һалымы. Суд приставтары кредиттар буйынса 9000 тирәһе үтәтеү эшен ҡараған. Бурыстарҙың дөйөм суммаһы 284 миллион һумдан ашып киткән, ошоноң дүрттән бер өлөшөн түләтеп булған.
Бурыслы кешеләргә ҡарата төрлө санкциялар ҡулланыла – мөлкәткә, иҫәптәге аҡсаға арест һалыуҙан башлап сит илгә сығыу хоҡуғын сикләүгә, транспорт сараһын файҙаланыуҙы ваҡытлыса сикләүгә тиклем.
Н. Нәғимов. Авттор фотоһы

Читайте нас: