Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Ноябрь 2018, 16:09

Район прокуратураһы ағас эшкәртеүселәрҙең закондарҙы үтәүен тикшерҙе

Ҡыйғы районы прокуратураһы ағас эшкәртеү комплексы предприятиеларының экологик һәм янғын хәүефһеҙлеге закондарын үтәүен тикшерҙе.

Тикшереү райондың эре ағас эшкәртеү хужалыҡтарында һәм предприятиеларында уҙҙы.
Түбәнге Ҡыйғы ауылындағы ағас бысыу комплексын тикшергәндә предприятие территорияһында бысҡы онтағының йыйылып ятыуы, пилорамаларҙың янғын һүндереү саралары менән тәьмин ителмәүе, ағас бысыу биналарында тәмәке тартыуға юл ҡуйылыуы, автоматик янғын һүндереү системаһы булмауы, биналарҙа техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү һәм бөтөрөү буйынса саралар пландары юҡлығы асыҡланды.
Ошондай уҡ боҙоуҙар Дүшәмбикә ауылындағы һәм Үрге Ҡыйғылағы 4 пилорамала фаш ителде.
Асыҡланған боҙоуҙар буйынса пилорама хужалары РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.2 һәм 20.4 статьялары буйынса яуапҡа тарттырылды. Прокурор күрһәтмәләрен үтәү һөҙөмтәһендә асыҡланған боҙоуҙар бөтөрөлдө.
М. Фәтхелисламов, район прокуроры урынбаҫары

Читайте нас: