2018 йылдың апрель айында ғәйепләнеүсе Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылында йәшәүселәрҙең өйҙәренә законһыҙ рәүештә үтеп инеп, ҡиммәтле әйберҙәр урлай, улар араһында боронғо тәре (икона) ла була.
Ҡаза күреүсе өсөн тәренең әһәмиәтле булыуын иҫәпкә алып, полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан уны эҙләү эштәре алып барыла. Әммә үткәрелгән тикшереүҙәр комплексы һөҙөмтә бирмәй.
Урлашыу арҡаһында яһалған матди зыян күләме 6 һәм 12 мең һумлыҡ тип табылған, зыян күреүселәр өсөн ул ҙур булып тора. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны.
Уның быға саҡлы ла шундай уҡ енәйәт өсөн хөкөмгә тарттырылыуын, быға тиклемге ябылмаған енәйәт эштәре булыуын иҫәпкә алып, суд ғәйепләнеүсене өс йылға иркенән мәхрүм итеп, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреү тураһында ҡарар сығарҙы.
Суд ҡарары үҙ көсөнә ингән.
М. Фәтхелисламов, район прокуроры урынбаҫары.