Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
10 Декабрь 2018, 15:57

КОРРУПЦИЯҒА ҠАРШЫ ТОРОУ – КӨН ТАЛАБЫ

Илдә йәшәүселәрҙең күпселеге фекеренсә, коррупция дәүләт һәм йәмғиәт үҫеше юлында төп ҡаршылыҡ булып тора. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар, имен инвестицион климат булдырыу, бизнесты яҡлау һәм йәшерен иҡтисад күләмен кәметеү күҙлегенән сығып ҡарағанда, был күренешкә ҡаршы көрәш айырыуса актуаль булып тора. Беҙ район прокуроры Б. Вәлиев менән ошо көнүҙәк тема буйынса әңгәмәләштек.

– 2003 йылдың 9 декабрендә Мексикала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының коррупцияға ҡаршы Конвенцияһына ҡул ҡуйыла башланы. Булат Әҙиб улы, был документ халыҡ-ара хоҡуҡ даирәһендә ниндәй әһәмиәткә эйә?
– 2003 йылғы конвенция халыҡ-ара хоҡуҡтың мөһим ҡоралы булып тора. Ул айырыуса барлыҡ
структураларҙың коррупцияға бирелгәнлеге милли именлеккә ҙур зыян килтергән илдәр өсөн
әһәмиәтле. Әлеге ваҡытта был документта 140 дәүләт, шул иҫәптән Рәсәй, Әзербайжан,Белоруссия, Латвия, Тажикстан,Украина һәм АҠШ-тың вәкилдәре ҡултамғалары тора. Был документ ҡул ҡуйған дәүләттәрҙе ришүәт алыу, бюджет аҡсаһын урлау, коррупцион килемде йәшереп күсереү факттарын ауыр енәйәттәр тип танырға мәжбүр итә.Конвенция положениеларының береһенә ярашлы, коррупция һөҙөмтәһендә күсерелгән аҡсаны кире ошо дәүләткә ҡайтарырға кәрәк. Рәсәй был Конвенцияға тәүгеләрҙән булып ҡул ҡуйҙы.
– Коррупцияға ҡаршы көрәштә район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре нимәне төп маҡсат итеп ҡуя һәм был йүнәлештәге эшһөҙөмтәләре ниндәй?
– Прокуратураның коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлеге, тәү сиратта, коррупцион енәйәттәрҙе киҫәтеүгә йүнәлтелгән. Быйыл Ҡыйғы районы прокуратураһы тарафынан 59 боҙоу асыҡланды, уларҙы бөтөрөү маҡсатында 20 күрһәтмә сығарылды, 16 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа
тарттырылды, законһыҙ норматив- хоҡуҡи акттарға 29 протест сығарылды. Тикшереү һөҙөмтәһендә тейешле органдарға 3 тикшереү материалы ебәрелде, уларҙы ҡарау һөҙөмтәһендә 2 енәйәт эше ҡуҙғатылды.
– Власть вәкилдәре, вазифалы кешеләргә ҡарата ниндәй тикшереүҙәр уҙғарылды?
– 2018 йылдың 11 айында Ҡыйғы районы урындағы үҙидара органдары тарафынан 390-дан ашыу норматив хоҡуҡи акт ҡабул ителде, уларҙы өйрәнеү һөҙөмтәһендә район прокуратураһы 42 коррупцион факторҙы асыҡланы, уларҙы бөтөрөү маҡсатында протестар сығарылды, улар ҡаралды һәм прокурор талаптары ҡәнәғәтләндерелде.
Коррупцияға ҡаршы закондарҙы үтәүҙе тикшергәндә район прокуратураһы ағымдағы йылда бюджет аҡсаһын тотоноуҙың, дәүләт һәм муниципаль мөлкәт менән эш итеүҙең законлылығы мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтте.
Мәҫәлән, прокуратура хеҙмәт- кәрҙәре тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса тәфтиш органдары 2
енәйәт эшен ҡуҙғатты һәм тикшерә.
Әлеге ваҡытта РФ Тикшереү комитетының Дыуан район-ара тикшереү бүлеге тәфтишселәре
тарафынан Ҡыйғы районының бер ауыл биләмәһе башлығына ҡарата тикшереү алып бара. Ул РФ Хөкөм кодексының 285-се статьяһының 2-се өлөшөндә (вазифа вәкәләттәрен үҙ маҡсатында файҙаланыу) һәм РФ Хөкөм кодексының 292-се статьяһының 2-се өлөшөндә (хеҙмәт урынында ялған документ яһау) ҡаралған енәйәттәрҙә ғәйепләнә.
2016 йылда был ауыл биләмәһе башлығы урында йәшәүсе ҡатындың ер участкаһы биреү
тураһында үтенесе буйынса хужалыҡ кенәгәһенән ялған күсермә бирә. Документҡа ҡатындың Йыланлы ауылында 18 сутый ере булыуы тураһында ялған мәғлүмәттәр индерелә. Ошолай
итеп, ауыл Советы башлығы участканы шәхси милек итеп ҡаршылыҡһыҙ теркәүгә ярҙам
күрһәтә.
2018 йылдың 2-се яртыһында район прокуратураһы “Төньяҡ- Көнсығыш район-ара мәшғүллек
үҙәге” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы эшмәкәрлеген тикшереп, район предприятиеһына инвалидтың эш урынын ойоштороу өсөн 950 мең һум күләмендә субсидияның законһыҙ рәүештә бирелеүен фаш
итте. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге тикшереү бүлексәһе тарафынан РФ Хөкөм кодексының 159.2 статьяһының 3- сө өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды һәм тикшерелә.
Шулай уҡ прокуратура органдары тикшереүе материалдары буйынса элегерәк РФ Тикшереү комитетының Дыуан район-ара тикшереү бүлеге ҡуҙғатҡан бер коррупцион енәйәт эшен билдәләп үтке килә. Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәтенең элекке башлығына ҡарата РФ Хөкөм кодексының 286- сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса тикшереү алып барыла. Әлеге ваҡытта енәйәт эше аталған бүлектең етәксеһе урынбаҫарында производствола. Барлыҡ был енәйәт эштәрен тикшереү барышын һәм һөҙөмтәләрен район прокуратураһы даими контролдә тота.
– Закон буйынса ришүәт алыусы ғына түгел, ришүәт биреүсе лә яуаплылыҡ тота. Беҙҙә ришүәт биреү факттары бармы?
– Әлеге ваҡытта вазифалы кешеләргә ришүәт биреү факттары осрай. Быйыл Рәсәй Эске эштәр
министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылмау маҡсатында ришүәт биреүҙең 2 фактын асыҡланы.
Ике факт буйынса ла РФ Хөкөм кодесының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө, 291.2 статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылды һәм тикшерелде. Судта ҡарағандан һуң бер ғәйепләү
ҡарары сығарылды, икенсе енәйәт эше РФ Хөкөм кодексының 291.2 статьяһына иҫкәрмә нигеҙендә суд тарафынан туҡтатылды.
– Коррупционерҙар, ришүәтселәр менән осрашҡан район халҡы ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала?
– Ҡыйғы районы прокуратураһына. Хәҙер беҙ Үрге Ҡыйғы ауылы, Салауат урамы, 3 адресы буйынса (Пенсия фонды бинаһы, 2- се ҡат) эшләйбеҙ, телефон: 8 (34748) 3-07-78. БР Прокуратураһы “ышаныс телефоны” эшләй: 8 (347) 272-71-42. 2018 йылдың 12 декабрендә Дөйөм Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнө сиктәрендә район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре 12.00–20.00 сәғәттәрҙә үрҙә аталған адрес буйынса граждандарҙы ҡабул итәсәк.

С. Исмәғилева яҙып алды

Читайте нас