Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
11 Декабрь 2018, 17:09

Норматив акттарға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса “түңәрәк өҫтәл”

Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районы прокуроры урынбаҫары ауыл биләмәләре хакимиәттәренең эштәр башҡарыусылары менән “түңәрәк өҫтәл” уҙғарҙы, унда норматив хоҡуҡи акттар төҙөү һәм ҡабул итеү, уларға хоҡуҡи һәм антикоррупцион экспертиза үткәреү мәсьәләләре тикшерелде.

2018 йылдың 11 айында Ҡыйғы районы муниципаль райондың урындағы үҙидара органдары тарафынан 390-дан ашыу норматив хоҡуҡи акт ҡабул ителгән. Федераль закондарға ҡаршы килеүҙәре һәм коррупциоген факторҙар булыуы сәбәпле, 80 норматив хоҡуҡи актҡа ҡарата прокуратура протест белдергән. Ауыл биләмәләре эштәр башҡарыусылары муниципаль норматив хоҡуҡи акттарҙы үҙ аллы төҙөгәндә тыуған ҡыйынлыҡтарға иғтибар йүнәлтте. Урындағы үҙидара органдарының ауыл биләмәләре Уставында ҡаралған айырым вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыуы тураһында ла һүҙ алып барылды. “Түңәрәк өҫтәл” барышында район прокуратураһы, ғәмәлдәге закондарҙы боҙоп хоҡуҡи акттар ҡабул итеү факттарын булдырмаҫ өсөн, норматив хоҡуҡи акттар проекттарына юридик экспертиза уҙғарырға кәңәш итте.
М. Фәтхелисламов, район прокуроры урынбаҫары.

Читайте нас: