Ошоно белергә кәрәк: граждандар шәхси ихтыяждары өсөн йығылған ағастарҙы “Урман хужалыҡтары идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы бүлеге менән яҙма килешеү төҙөгәндән һуң ғына әҙерләй ала. Рөхсәт документтарында эштәрҙе башҡарыу урыны һәм лапыны әҙерләү күләме күрһәтелә. Йығылған ағастарҙы әҙерләү ерҙә ятҡан ағас олондарын, ботаҡтарын йыйыу юлы менән генә башҡарылырға тейеш, ҡырҡыу эштәрен башҡарырға ярамай. Уларҙың кемдәрҙер ағас ҡырҡҡандан һуң ҡалған булмауы ла мөһим булып тора. Дауыл, ҡарҙың күп яуыуы һөҙөмтәһендә йығылған ағастарҙы йыл әйләнәһенә йыйырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта махсус янғынға ҡаршы осор иғлан ителгән ваҡытта быны эшләү тыйыла.