Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
11 Ғинуар 2019, 16:55

Законлыҡ һағында

12 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.Быйыл Рәсәй прокуратураһы ойошторолоуға 297 йыл тулыуы билдәләнә. Дәүләттең законлы мәнфәғәттәрен һаҡлау, кеше һәм граждан хоҡуҡтары һәм азатлығы үтәлеүҙе күҙәтеү прокуратураның иң мөһим бурыстары булды һәм булып ҡала. Бөгөн прокуратура көн һайын эш хаҡын үҙ ваҡытында түләүгә, коррупцияға ҡаршы көрәш алып барыуға, социаль яҡлауҙы тәьмин итеүгә, дарыуҙар һатыуҙа хаҡтар сәйәсәтенең үттәлешенә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бәйле һәм башҡа бик күп социаль проблемаларҙы хәл итә.

Ҡыйғы районы прокуратураһы Рәсәй Федерацияһының берҙәм федераль үҙәкләштерелгән прокуратура органдары системаһының өлөшө булып тора. Өс оператив хеҙмәткәрҙән, әйҙәүсе белгестән һәм водителдән торған ҙур булмаған коллектив ярайһы уҡ юғары күләмдәге эштәрҙе башҡара һәм үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй. 2018 йылда район прокуратураһы тара- фынан 813 закон боҙоу осрағы асыҡланды. Боҙоуҙарҙы бөтөрөү маҡсатында 91 законһыҙ хоҡуҡ актына протест белдерелде, улар ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде, 138 күрһәтмә бирелде, уларҙы ҡарау һөҙөмтәһедә ҡануниәтте боҙоуҙа ғәйепле 126 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, прокурор ҡарары буйынса 37 вазифалы кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, прокурор тикшереүе материалдары һөҙөмтәһендә 5 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Судтар тарафынан 71 мең һум суммаға 148 юллау ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелде. Граждандар тарафынан бирелгән 126 мөрәжәғәт ҡаралды, шуларҙың 21-е нигеҙле тип табылды һәм ҡәнәғәтләндерелде, улар буйынса прокуратура тарафынан төрлө саралар күрелде.
Былар район прокуратураһы 2018 йылда башҡарып сыҡҡан эштәрҙең дөйөмләштерелгән ҙур булмаған өлөшө. Күрһәтелгән бурыстарҙан тыш, прокуратураға тикшереү һәм тәүтикшереү эштәрен алып барғанда законлылыҡты күҙәтеү, оператив-тикшереү эшмәкәрлеген башҡарыусы органдарҙың закондарҙы үтәүен, яза башҡарыу органдары һәм учреждениеларының ҡануниәттән тайпылмауын тикшереү йөкмәтелгән.
Шулай уҡ прокуратура дәүләт исеменән федераль һәм мировой судтарҙа ғәйепләүсе булараҡ сығыш яһай. 2018 йылда прокуратура хеҙмәткәрҙәре судта 134 енәйәт эшен ҡарауҙа ҡатнашты. Һөнәри байрам уңайынан прокуратураның ветерандарына һәм бөгөнгө хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы сәләмәтлек, тормош именлеге, бәхет, оптимизм, сабырлыҡ, Ватанға хеҙмәт итеүҙә уңыштар теләйем.

В. Вәлиев, район прокуроры, юстицияның кесе советнигы. С. Исмәғилева фотоһы.

Читайте нас: