Был ҡатын үҙенә генә билдәле сәбәптәр буйынса мобиль телефон номерын алмаштырырға хәл итә. Һәм был мәсьәләгә ул бик еңел ҡарай: яңы “сим”-карта һатып ала ла, иҫкеһен ташлай. Ә түләүле хеҙмәттәрҙе, шул иҫәптән “Мобиль банк” хеҙмәтен өҙөү тураһында уйлап та ҡарамай. Мәғлүм булыуынса, абонент түләүле ғәмәлдәр башҡарыуҙан (шылтыратыу, СМС ебәреү һ.б.) туҡтап, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, элемтә операторы “сим”-карта номерын башҡа абонентҡа һата. Был осраҡта ҡатынға кәрәк булмаған номер банк картаһына бәйле килеш башҡа абонент ҡулына эләгә. “Бәхетле” “симка” хужаһы телефонына аҡса күсеүе тураһында СМС-хәбәр килгәс, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Ә эш ниҙә икәнлеген аңлап ҡалғас, “еңел табыш” алыу теләге тыуа. Тәүҙә ир һаҡлыҡ менән ҙур булмаған сумманы үҙ туғанының картаһына күсереп ҡарай. Мәғлүм булыуынса, бер уянған аппетит артҡандан-арта бара, операция уңышлы үткәс, “бәхетле абонент” бөтөнләй ҡурҡыу тойғоһон юғалта һәм барлыҡ ҡалған сумманы күсереп ҡуя.
Карта хужаһы банкоматҡа аҡса алырға килгәс, юғалтыуын асыҡлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәренең оператив- тикшереү эштәрен дөрөҫ үткәреүе һөҙөмтәһендә енәйәтселәр ҡыҫҡа срокта фаш ителде.
Тағы ла бер ҡат киҫәтәбеҙ: “сим”- картағыҙҙы алмаштырырға булһағыҙ, ошондай хәлгә тарымаҫ өсөн, “Мобиль банк”ты һәм башҡа хеҙмәттәрҙе өҙөргә онотмағыҙ. Бының өсөн банк хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Иғтибарлы булығыҙ!