Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
29 Апрель 2019, 15:49

Законһыҙ ағас ҡырҡҡан өсөн хөкөм ителде

Балаҡатай район-ара суды Түбәнге Ҡыйғы ауылында йәшәүсегә ҡарата ғәйепләү ҡарарын сығарҙы.

Ул Рәсәй Федерацияһы Хөкөм кодексының 260-сы статьяһының 3- сө өлөшөндә ҡаралған енәйәтте (урман үҫентеләрен айырыуса күп күләмдә законһыҙ киҫеү) ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Судта асыҡланыуынса, ғәйеп- ләнеүсе 2018 йылдың 20 майына тиклем осорҙа, ағас һатып алыу килешеүе булмауына ҡарамаҫтан, РФ Урман кодексы талаптарын һәм ағас әҙерләү ҡағиҙәләрен һанға һуҡмайынса, Ҡыйғы участка урман хужалығы территорияһында, Түбәнге Ҡыйғы ауылы эргәһендә бензинлы бысҡы ярҙамында 39,3 кубометр күләмендә 36 төп ҡарағайҙы бысып ала һәм Рәсәй Федерацияһы урман фондына айырата ҙур күләмдә – 443790 һум суммалыҡ зыян килтерә.
Суд уны 2 йыллыҡ һынау срогы менән 2 йыл да 6 айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итте. Суд ҡарары әлегә үҙ көсөнә инмәгән.

Читайте нас: