Ошо йылдың июль айында Ҡыйғы районы прокуратураһы “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” дәүләт программаһына ингән Ләүзә ауылы мәктәбен төҙөгәндә федераль закондар талаптары үтәлешен тикшерҙе.
Тикшереү барышында генераль подрядсы булған “Геострой” ЯСЙ-һының мәктәпте төҙөүҙә проект документацияһынан ситләшеүе һәм шулай уҡ хәүефле эш итеү (кран менән) урынында хеҙмәтте һаҡлау талаптарын боҙоуы асыҡланды.
Асыҡланған боҙоуҙар буйынса “Геострой” ЯСЙ-һының участка начальнигына ҡарата РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 9.4 статьяһының 1-се һәм 2-се өлөштәре (төҙөлөш һәм төҙөлөш материалдарын ҡулланыу өлкәһендә мотлаҡ талаптарҙы боҙоу), РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.27.1 статьяһының 1-се өлөшө (хеҙмәтте һаҡлау талаптарын боҙоу) буйынса административ эштәр ҡуҙғатылды. Уларҙы ҡарау һөҙөмтәһе буйынса ғәйепле кеше 53 мең һум дөйөм суммалыҡ штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Боҙоуҙарҙы бөтөрөү маҡсатында “Геострой” ЯСЙ-һы етәкселеге адресына күрһәтмә ебәрелде, уны ҡарау һөҙөмтәләре буйынса боҙоуҙар бөтөрөлгән, 1 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Б. Вәлиев, район прокуроры.