Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
26 Сентябрь 2019, 12:42

КОРРУПЦИЯҒА – КӘРТӘ

Ҡыйғы районы прокуратураһы юридик берәмекте коррупцион хоҡуҡ боҙоу өсөн административ яуапҡа тарттырыуҙы юлланы.

Ҡыйғы районы прокуратураһы юридик берәмекте коррупцион хоҡуҡ боҙоу өсөн административ яуапҡа тарттырыуҙы юлланы.
Асыҡланыуынса, ошо йылдың июнендә полиция хеҙмәткәрҙәре “Красный Урал” АПК-һында транспорт саралары водителдәренең рейс алдынан медицина тикшереүе үтмәүен фаш итә. Бының өсөн юридик берәмеккә РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.31.1 статьяһының 2-се өлөшө буйынса 30 мең һум штраф янай.
Штраф түләүҙән ҡотолоу өсөн, хужалыҡ рәйесе полиция хеҙмәткәренең эш кабинетында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеүгә һыйыр ите биреү рәүешендә юридик берәмек исеменән спонсорлыҡ ярҙамы тәҡдим итә. Был факт һөйләшеүҙең аудиояҙмаһы менән теркәлгән.
Полиция хеҙмәткәре был законһыҙ ҡылыҡты туҡтата һәм ошо факт тураһында етәкселеккә хәбәр итә. Тикшереү һөҙөмтәһендә район прокуратураһы “Красный Урал” АПК-һына ҡарата РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 19.28 статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ эш ҡуҙғатты (юридик берәмек исеменән законһыҙ рәүештә бүләк биреү).
Прокурор юллауы буйынса суд, штраф түләүҙе тәьмин итеү өсөн, ойошма мөлкәтенә арест һалды.
Кооператив 500 мең һум күләмендәге административ штраф йөҙөндә яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Б. Вәлиев, район прокуроры.
Читайте нас: