Этил спирты, алкоголь продукцияһы кеүек специфик продукция етештереүҙе һәм һатыуҙы дәүләт көйләүе граждандарҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау маҡсатынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының иҡтисади мәнфәғәттәренән сығып башҡарыла.
Балаҡатай район-ара суды йыл дауамында спиртлы шыйыҡсаларҙы законһыҙ һатыуға ҡағылышлы бик күп эштәрҙе ҡараны. Ҡыйғы районында законһыҙ эшмәкәрлек иткәндәре өсөн түбәндәге кешеләр, һатҡан продукциялары тартып алынып, штрафҡа тарттырылды:
Зиннәтуллина В.Р. – РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 14.2 статьяһы буйынса 1800 һум штраф һалынды (БР Балаҡатай район-ара судының 2019 йылдың 27 февралендәге ҡарары). Шакирова З.У. – 1500 һум (БР Балаҡатай район-ара судының 2019 йылдың 27 февралендәге ҡарары). Шакирова А.С. – 2000 һум штраф (БР Балаҡатай район-ара судының 2019 йылдың 13 майындағы ҡарары). Нәсибуллина В.Ҡ. – 1500 һум штраф (БР Балаҡатай район-ара судының 2019 йылдың 6 мартындағы ҡарары). Камалов И.Р. – 1500 һум штраф (БР Балаҡатай район-ара судының 2019 йылдың 6 мартындағы ҡарары). Әхмәҙиева В.К. – 1500 һум штраф (БР Балаҡатай район-ара судының 2019 йылдың 6 мартындағы ҡарары). Сафин А.В. – 1500 һум штраф (БР Балаҡатай район-ара судының 2019 йылдың 27 мартындағы ҡарары). Заһирова М.М. – 30000 һум штраф (БР Балаҡатай район-ара судының 2019 йылдың 27 июнендәге ҡарары). Сәләхетдинова Э.Х. – 1500 һум штраф (БР Балаҡатай район-ара судының 2019 йылдың 4 июлендәге ҡарары). Зарипов Р.Р. – 1500 һум штраф һалынды (БР Балаҡатай район-ара судының 2019 йылдың 24 сентябрендәге ҡарары). Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте.
Р.S. Законһыҙ эш итеүселәрҙең тулы исем-шәрифтәре район гәзитенең 13 декабрҙәге 76-сы һанында.