Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
26 Декабрь 2019, 21:13

Йәшереп араҡы һатыусылар тураһында 849 мөрәжәғәт килгән

«Туҡта суррогат» акцияһының тәүге көндәрендә республикала, дөйөм алғанда, 849 мөрәжәғәт килгән.

«Туҡта суррогат» акцияһының тәүге көндәрендә республика Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйына дәүләт комитетының ҡыҙыу бәйләнешенә халыҡтан рөхсәтһеҙ алкоголь таратыу урындары хаҡында 275 шылтыратыу килде, «Хәүефһеҙ мөхит» порталына 574 сигнал ҡабул ителде. Дөйөм алғанда, 849 мөрәжәғәт алынды. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйына дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев билдәләүенсә, ялған алкоголь һатырға тырышыуҙан тыш, легаль һатыусылар яғынан ҡануниәтте боҙоу осраҡтары булыуы ихтимал. Әйтәйек, байрам көндәрендә хәмер һатыу ваҡыты сикләнә, шулай уҡ 1 ғинуарҙан араҡыға, коньякка һәм башҡа ҡаты спиртлы эсемлектәргә минималь хаҡ арта. Әүҙемселәр рейдтар ваҡытында ошо ҡағиҙәләрҙе үтәүгә лә иғтибар бирә.
«Был акция бер тапҡыр ғына үткәрелергә тейеш түгел. Ошо эште артабан да дауам итербеҙ», — тине «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияның шарттары буйынса, йәшерен рәүештә сурррогат етештереү һәм һатыу тураһында хәбәр иткән граждандарға аҡса түләнә. Ялған алкоголь етештереүселәр хаҡында мәғлүмәт өсөн – 50 мең һум, һатыусы тураһында – 2000 һум.
Мәғлүмәтте «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Халыҡ контроле» партия проектының [email protected] электрон почтаһына, «Хәүефһеҙ мөхит» порталында Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына (тәүлек әйләнәһенә) һәм +7 (347) 218-09-87 телефоны буйынса (эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 7-гә тиклем) ебәрергә мөмкин.

В Башкирии за первые дни акции «Стоп суррогат» поступило более 800 обращений

За первые дни акции «Стоп суррогат» на горячую линию Госкомторговли республики поступило 275 звонков с обращениями жителей о местах распространения нелегального алкоголя и 574 сигнала поступило на портал «Безопасная среда». В общей сложности поступило 849 обращений. Председатель госкомитета по торговле Алексей Гусев отметил, что помимо попыток продажи контрафактного алкоголя, возможны нарушения законодательства со стороны легальных продавцов. Так, в праздничные дни ограничивается время продажи алкоголя, а также с 1 января повышается минимальная розничная цена на водку, коньяк и другие крепкие спиртные напитки. На соблюдение данных правил активисты также будут обращать внимание во время рейдов.
«Это не должна быть разовая акция. Мы будем продолжать эту работу и сделаем ее системной», — сказал руководитель регионального исполкома «Единой России» Рустем Ахмадинуров.
Напомним, согласно условиям акции, гражданам, сообщившим о подпольном производстве и продаже суррогата, будет выплачиваться денежное вознаграждение. За информацию о производителях суррогатного алкоголя — 50 тысяч рублей, о продавце — 2000 рублей. Сообщить информацию о производителях и продавцах суррогата можно на электронную почту партпроекта «Единой России» «Народный контроль» [email protected], в Госкомторговли РБ на портале «Безопасная среда» (круглосуточно) и по телефону: +7 (347) 218-09-87 (с 9.00 до 19.00 по будням).
Читайте нас: