Йыл һайын 12 ғинуарҙа Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө байрам ителә.
Ватан прокуратураһы Петр Беренсе заманында уҡ барлыҡҡа килә. Петр Беренсенең 1722 йылдың 12 ғинуарындағы указында “…сенат эргәһендә генерал-прокурор һәм обер-прокурор, шулай уҡ һәр коллегияла берәр прокурор булырға тейеш” тип әйтелә. 2020 йылдың 12 ғинуарында Рәсәй прокуратураһы барлыҡҡа килеүенә 298 йыл тула.
Бөгөн Ҡыйғы районы прокуратураһында район прокуроры, юстиция советнигы Вәлиев Булат Әҙиб улы, прокурор урынбаҫары Фәтхелисламов Марат Радим улы, прокурор ярҙамсыһы Ғаззалов Владислав Валерий улы, әйҙәүсе-белгес Ғайнанова Аделина Илдар ҡыҙы (декрет ялындағы төп хеҙмәткәр Умирова Зөһрә Наил ҡыҙы урынына), водитель Мөхәмәтов Илфат Ғаяз улы хеҙмәт итә.
Б. Вәлиев, район прокуроры, юстиция советнигы. Л. Садретдинова фотоһы.
Материалдың тулы вариантын “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең 2020 йылдың 10 ғинуарындағы 2-се һанында уҡығыҙ.