Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
4 Август 2020, 17:54

Спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатҡан өсөн икенсе тапҡыр тотолдо

30 мең һум күләмендәге тәүге административ штраф ҡатынға йоғонто яһамаған.

30 мең һум күләмендәге тәүге административ штраф ҡатынға йоғонто яһамаған.
Уҙған йыл аҙағында район үҙәгендә йәшәүсе ҡатын спиртлы шыйыҡсаларҙы законһыҙ һатҡан өсөн Балаҡатай район-ара суды тарафынан РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 14.17.1 статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоуҙа (“Алкоголь һәм спиртлы аҙыҡ продукцияһын физик берәмектәр тарафынан законһыҙ рәүештә һатыу”) ғәйепле тип танылды һәм спиртлы продукцияны конфискациялау менән 30 мең һум штраф рәүешендәге административ язаға тарттырылды.
Йүнсел ҡатын штрафты түләне, ләкин үҙе өсөн тейешле һығымта яһамаған, төҙәлеү юлына баҫмаған. Ул өйөнән “фунфыриктар” һатыуҙы дауам итә. Һәм 2020 йылдың февралендә йәнә лә полицияның күҙ уңына эләкте. “Контроль һатып алыу” оператив-тикшереү сараһы барышында ул үҙенең өйөнән “шартлы һатып алыусыға” ике шешә спиртлы шыйыҡса һатты. Ошолай итеп, был ҡатын РФ Хөкөм кодексының 171.4 статьяһында ҡаралған енәйәтте ҡылды (спиртлы аҙыҡ продукцияһын законһыҙ рәүештә бер нисә тапҡыр һатыу). Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылып, судҡа тапшырылды.

Р. Хужин,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге тәүтикшереү бүлексәһе начальнигы.

Фото - Интернет селтәренән.

Читайте нас: