“Банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте”нән шылтыратыу бөгөн иң таралған мутлашыу төрө булып тора. Һәр саҡ “уңышлы” эшләй. Аҡсаң бына-бына юғала, картаң блокировкалана, тип ышандырғанда, бик һирәктәр генә һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлап ҡала ала. Өҫтәүенә, аферистар һәр саҡ ярҙам күрһәтергә тәҡдим итә, бер ҡатлы кешеләр уларға ышана, улай ғына ла түгел, гипноз аҫтында булғандай, команда буйынса көс түгеп тапҡан аҡсаларын ҡайҙалыр күсерә.
Мутлашыусылар пенсионерҙарҙы ғына түгел, йәш кешеләрҙе лә төп башына ултырта. Тәү ҡарашҡа улар уяуыраҡ булырға тейеш кеүек, ләкин… Күптән түгел полицияға енәйәтселәрҙең сираттағы ҡорбаны – районда йәшәүсе егет мөрәжәғәт итте. Ул үҙ ҡулдары менән аферистарға 200 мең һум (!) аҡса күсергән. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙе ҡурсалау өсөн, беҙ уның менән булған хәлде ентекләп тасуирлайбыҙ.
Зыян күреүсе әйтеүенсә, уға +7499-408-17-95 номерынан йәш ир-егет шылтырата һәм үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштыра, онлайн-банк аша кемдер уның исеменә кредит юлларға маташыуы тураһында киҫәтә. Райондашыбыҙ тәүҙә телефон аша һөйләшеүҙе ҡырҡа өҙә, ләкин бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ныҡышмал “банк хеҙмәткәре” икенсе номерҙан йәнә шылтырата һәм, һөйләшергә теләмәһәң, картаңды блокировкалаясаҡбыҙ, тип янай. Һүҙ артынан һүҙ һәм “белгес” егетте әүрәтеп, алдай башлай: йәнәһе лә, аҡсаны әле һаҡлап ҡалырға була, ләкин бының өсөн кредит юллауҙы тамамларға (!) кәрәк. Артабан эшкә “кредит буйынса белгес” – ҡатын-ҡыҙ тотона. Ул клиенттың телефонына паролдәр ебәрәсәген, уларҙы телефон аша үҙенә… хәбәр итергә кәрәклеген аңлата. Был да райондашыбыҙҙы һағайтмай, барыһын да ҡушҡанса эшләй. Ысынлап та, артабан уның картаһына 227 мең һум аҡса инә. Бына шул мәлдә, әлбиттә, туҡтарға һәм үҙаллы банктың “ҡыҙыу линия”һына шылтыратырға, барыһын да асыҡларға кәрәк ине лә бит, ләкин…
Ҡыҙ, үҙ эшен башҡарып, артабан клиент менән башҡа “белгес” бәйләнешкә инәсәген хәбәр итә. Ә уныһы оҙаҡ көттөрмәй. Артабан инде – тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, шпиондар тураһында фильмдағы кеүек. Беҙҙең “геройыбыҙ” яҡындағы банкҡа махсус шарттар менән “задание үтәргә” йүнәлә. “Белгес” “геройҙы” телефонын кеҫәһендә тоторға, бәйләнеште өҙмәҫкә саҡыра (йәнәһе лә, видеокүҙәтеү камералары аша ысын мутлашыусыларҙы күҙәтеү өсөн). Ул аныҡ командалар бирә: “Банкҡа ин. Кассаға бар. Карталағы кредит аҡсаһын үҙ иҫәбеңә күсер һәм шунда уҡ иҫәптән 200 мең һум аҡсаны ал. Банктан сыҡ һәм шунда уҡ (!) миңә хәбәр ит!” Беҙҙең геройыбыҙ нәҡ шулай итә – теүәл эҙмә-эҙлеклелектә. (Был ваҡыт уға, аҡылын эшкә егеп, ҡайтып китергә лә булыр ине – аҡса кеҫәһендә бит. Үкенескә ҡаршы, улай эшләмәй.) Ә “белгес” уға артабанғы задание әҙерләгән була – кредитты ҡайтарыу буйынса “инструкцияны” ул ватцап аша ебәрә. “Геройыбыҙ” кеҫәһендәге һүндерелмәгән телефоны менән банкҡа йәнә инә, банкомат эргәһенә бара һәм… үҙ ҡулдары менән 200 мең һум аҡсаны үҙенә билдәле булмаған иҫәпкә күсереп тә ҡуя. Инандырыу өсөн чекты фотоға төшөрөп ебәрергә лә онотмай. Ә артабанмы? Ә артабан инде жанр ҡанундары буйынса – “абонент бәйләнештә түгел йә иһә…”
Ике сәғәт эсендә – аҡса мутлашыусылар ҡулында. Ә беҙҙең “геройыбыҙға” – йәнә лә бер кредит түләргә.
Әйтергә кәрәк, ул районда берҙән-бер төп башына ултырыусы түгел. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлегенә 2020 йыл башынан алып банк картаһынан алдау юлы менән аҡса урлаған билдәһеҙ кешеләрҙе яуапҡа тарттырыуҙы һорап 12 ғариза килгән.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге эҙерлекләү бүлексәһе начальнигы.
Мутлашыусыларҙың һеҙҙең номерға ла шылтыратыуы ихтимал. Уларҙың ҡорбанына әүерелмәҫ өсөн, түбәндәге кәңәштәрҙе үтәгеҙ:
сит кешеләргә картаның конфиденциаль мәғлүмәттәрен (срогы, СVV-код, ПИН-код) хәбәр итмәгеҙ;
иҫәп торошон контролләү өсөн СМС-хәбәрҙәр ебәреү хеҙмәтен тоташтырып ҡуйығыҙ;
ПИН-кодты картанан айырым һаҡлағыҙ, уны индергәндә, банкомат йә иһә терминал клавиатураһын икенсе ҡулығыҙ менән ышыҡлағыҙ;
үҙегеҙ башҡармаған ниндәйҙер операцияны раҫлау өсөн СМС аша килгән кодты бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ (банк хеҙмәткәрҙәре бындай мәғлүмәтте һорап алырға хоҡуҡлы түгел);
картағыҙҙы юғалтһағыҙ, уны урлаһалар йә иһә банкомат алып ҡалһа, шулай уҡ картаға бәйләнгән номер менән телефонығыҙ юғалһа, кисекмәҫтән блокировкаларға кәрәк.
Әгәр ниндәйҙер кеше, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырып, банкоматҡа барырға саҡырһа:
уның диктовкаһы аҫтында ниндәйҙер комбинацияларҙы башҡармағыҙ; билдәһеҙ иҫәпкә йә иһә электрон янсыҡҡа аҡса күсермәгеҙ; мутлашыусылар һеҙгә хәүефһеҙ иҫәп номерҙарын түгел, ә үҙ иҫәп номерҙарын бирә! Көн һайын “бөйөк” комбинаторҙар банк карталарынан аҡса урлауҙың яңынан-яңы ысулдарын уйлап таба, шуға ла барлыҡ сценарийҙарҙы ла алдан белеү мөмкин түгел. Ләкин үрҙә аталған ябай ғына хәүефһеҙлек сараларын үтәү һеҙҙе мутлашыусылар тоҙағына эләгеүҙән ҡурсалар. Ошоно онотмағыҙ: граждандарҙың уяулығы ғына мутлашыусыларҙың пландарын юҡҡа сығара ала.
Фото - Интернет селтәренән.