Һуңғы ваҡытта районда дистанцион мутлыҡ ҡылыу осраҡтары йышайҙы. Йыл башынан алып 18 факт теркәлгән, улар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Мутлашыусылар йылдан-йыл яңы схемалар уйлап таба. Районда йәшәүселәр енәйәтселәр тоҙағына эләкмәһен өсөн, ҡайһы бер, иң таралған осраҡтар тураһында һөйләп үтәбеҙ.
Ҡыйғы районындағы бер күңел асыу йорто (кафе, ресторан) хужаһына шылтыратып, мутлашыусылар үҙҙәрен дәүләт органы хеҙмәткәрҙәре итеп таныштыра һәм тиҙҙән пландан тыш тикшереү киләсәге тураһында белдерә. Тикшереү “имен-аман бөтһөн өсөн” кафе хужаһына тикшереүселәр өсөн өҫтәл әҙерләргә кәрәк икән.
Шылтыратыусы тикшереүселәрҙең урынға сығыуы һәм юлда булыуы, бына-бына килеп етәсәге тураһында киҫәтә. “Ревизорҙар” табын өсөн аҙыҡ-түлекте һатып та алғандар икән һәм бының өсөн… аҡса түләргә кәрәк. Кафе хужаһы ысынында бер ниндәй тикшереү килмәүен уйлап та ҡарамайынса, мутлашыусыларҙың иҫәбенә аҙыҡ-түлек өсөн аҡса күсереп тә ҡуя. Ә артабан инде – абонент номерҙары “селтәр зонаһынан ситтә”.
Түбәндәге мутлыҡ схемаһы ошоға ҡайтып ҡала: мутлашыусылар шылтыратып, үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре итеп таныштыра һәм, йәнәһе лә, мутлашыусыларҙың һеҙҙең исемгә кредит юлларға маташыуы, аҡсаның уларға китеү ихтималлығы, кредитты процентһыҙ ҡаплау өсөн, уны юллауҙы тамамлау, кредит аҡсаһын махсус иҫәпкә күсереү кәрәклеге тураһында һөйләй. Артабан мутлашыусылар кредит алыуҙы раҫлау өсөн код ебәрә, зыян күреүсе кодты уларға әйтеү менән шунда уҡ кредит аҡсаһы күсерелә. Ә артабан инде зыян күреүсе аҡсаны ала һәм мутлашыусылар ебәргән схема буйынса банкомат аша улар күрһәткән иҫәпкә ебәрә.
Бер ҡайҙа ла барыу мөмкин булмаған билет
Енәйәтселәр тимер юл маршруттары билеттарын һатыусы ойошманың адресына оҡшаған адреслы ялған сайт яһай. Иғтибарһыҙ пассажир унда инеп, үҙенә маршрут, юлға сығыу көнөн, урын һайлай, артабан банк картаһы белешмәләрен индерә һәм “түләү” кнопкаһына баҫа, түләү үтмәне, билдәһеҙ хата, тигән яҙыу сыға, ләкин банк картаһынан аҡса алына. Аҡсаһы кәмеүен һиҙмәгән кеше йәнә лә билет өсөн түләргә маташа һәм уның банк картаһынан йәнә аҡса “һурыла”.
Бик таралған схема: мутлашыусылар социаль селтәрҙәрҙә тауар һата йә иһә һеҙ ҡуйған иғлан буйынса шылтыратып, үҙҙәрен һатып алыусы, һатыусы итеп таныштыра.
Мутлашыусылар түбән хаҡҡа тауар һатҡанда: тауарҙы бына-бына килеп алырға тейешлектәре, ләкин, әгәр ҙә һеҙ задатка түләһәгеҙ, һеҙҙең өсөн һатмай торасаҡтары хаҡында белдерәләр. Шулай уҡ уларҙың, почта аша тауарҙы ебәреү тураһында ялған чек күрһәтеп, тулы хаҡты түләүҙе талап итеүҙәре мөмкин. Инандырыу өсөн, мутлашыусылар сит кешенең паспортын, фотоһүрәтен ебәрергә мөмкин.
Әгәр мутлашыусы һеҙ ҡуйған иғлан буйынса шылтыратһа, тауарҙың үҙен ҡыҙыҡһындырыуы, һатып алырға теләүе тураһында белдерә. Ләкин уны, йәнәһе лә, туғаны килеп аласаҡ.
Мутлашыусы тауар өсөн аҡса күсереүе һәм яңылыштан артығын түләүе тураһында белдерә һәм артыҡ аҡсаны кире күсереүҙе һорай. Һатыусы, ялғанды һиҙмәйенсә, мутлашыусылар иҫәбенә аҡса күсерә. Һәм…
Башҡа төбәктәрҙән шылтыратһалар, граждандарға иғтибарлы булырға кәрәк. Бер ниндәй осраҡта ла билдәһеҙ кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, СМС аша килгән кодтарҙы әйтмәгеҙ, үҙегеҙҙең банк картаһы белешмәләрен бирмәгеҙ!
Ҡыйғы районы буйынса эске эштәр бүлегенең тикшереү төркөмө тәфтишсеһе.