Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
23 Ғинуар 2021, 02:21

ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ: МУТЛАШЫУСЫЛАР

2021 йылдың әле тамамланырға өлгөрмәгән тәүге айында ғына район территорияһында өс факт теркәлгән.

Мутлашыусылар ябай граждандарҙы алдап, уларҙың аҡсаһын тартып алыуҙы дауам итә. 2021 йылдың тәүге айында ғына район территорияһында өс факт теркәлгән. Районда йәшәүселәр үҙ ҡулдары менән билдәһеҙ кешеләргә күсергән суммалар аҙ түгел.
Мутлашыусылар нисек эш итә, үҙ электрон янсығыңды һаҡлар өсөн, нимә эшләргә була? Бөгөн һүҙ ошо турала барасаҡ.
Мутлашыусыларҙың барлыҡ схемалары ла тиерлек күптәргә билдәле булһа ла, уларҙың тоҙағына эләгеүсе кешеләр табылып тора. Бәлки, ҡайһы берәүҙәр, мутлашыусылар тоҙағына алйот кешеләр генә эләгә, минең менән бындай хәл булмаҫ, тип уйлайҙыр. “Профессионалдар” төрлө кешеләрҙе төп башына ултырта ала, һеҙ ҙә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, иғтибарлы булығыҙ, ошо материалды ентекләп уҡып сығығыҙ. Мәғлүмәтле кеше – ҡораллы кеше, тип әйтеүҙәре бушҡа түгел.
Мутлашыусылар йыш ҡына банк хеҙмәткәрҙәре булараҡ шылтырата. Нисек кенә ышаныслы һөйләшмәһендәр, уларҙың һүҙҙәренә ышанмағыҙ. Бына енәйәтселәр телефон аша иң йыш шылтыратып әйткән фразалар:
“СМС менән килгән кодты әйтегеҙ”
Таныш булмаған кешегә кодты әйтеү – үҙ фатирыңдың асҡысын тоттороу менән бер. Һеҙ үҙ иҫәбегеҙгә инеү мөмкинлеген бирәһегеҙ һәм бөтә аҡсағыҙҙы юғалтасаҡһығыҙ.
“Аҡсаны ошо иҫәпкә күсерегеҙ…”
“… унда аҡсағыҙ мутлашыусыларҙан һаҡланасаҡ”. Әгәр ҙә һеҙ быны эшләһәгеҙ, үҙ аҡсағыҙҙы сит картаға күсерәсәкһегеҙ.
“Башҡа ҡаланан аҡса күсереү”
Ялған хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре тикшереү уҙғарыу һылтауы менән һеҙҙең картағыҙ тураһында белешмәләрҙе йә иһә СМС аша килгән кодты һорай. Әгәр ҙә һеҙ бындай белешмәләрҙе бирһәгеҙ, аҡсағыҙ юҡҡа сығасаҡ.
“Хеҙмәткәрҙе тоторға ярҙам итегеҙ”
“Һеҙ махсус иҫәпкә аҡса күсерәһегеҙ – беҙ уны банкта ҡулға аласаҡбыҙ. Был һөйләшеү тураһында бер кемгә лә әйтмәгеҙ”. Ваҡиғаларға айыҡ аҡыл менән ҡарағыҙ: банк үҙ клиенттарын бындай операцияларға йәлеп итмәй.
“Һеҙҙең исемгә кредит юллағандар”
Енәйәтселәр банк клиентына шылтырата һәм мутлашыусыларҙың уның исеменә кредит юлларға маташыуҙары тураһында хәбәр итә. Быны булдырмаҫ өсөн, йәнәһе лә, ысынлап та кредит юлларға, һуңынан аҡсаны картанан алып күрһәтелгән иҫәпкә күсерергә йә иһә СМС аша килгән паролдәрҙе хәбәр итергә кәрәк.
Һуңынан улар был белешмәләрҙе һеҙҙең исемгә ысынлап та кредит юллау һәм аҡсағыҙҙы урлау өсөн файҙалана.
“Ҡушымтаны урынлаштырығыҙ”
“Техподдержка” һеҙҙең “хәүефһеҙлек өсөн” программа урынлаштырыуығыҙҙы һорай. Һөҙөмтә бер генә: һеҙҙең иҫәптә 0 һум 0 тин.
Иғтибарлы булығыҙ, үҙегеҙҙе алдауҙарына юл ҡуймағыҙ!
Читайте нас: