Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
2 Март 2021, 13:26
Район прокуратураһы балаға кәрәкле дарыуҙар бирелмәүен асыҡланы
Ҡыйғы районы прокуратураһы урындағы дауахана табиптары эшендә боҙоуҙарҙы асыҡланы.
Ҡыйғы районы прокуратураһы граждандар һаулығын һаҡлау, айырым категория граждандарҙы дарыуҙар һәм медицина изделиелары менән ваҡытында һәм етерлек тәьмин итеү тураһында закондар үтәлешен тикшерҙе. Уның барышында урындағы дауахана табиптары эшендә боҙоуҙар асыҡланды.
Тикшереү күрһәтеүенсә, районда йәшәүсе 2016 йылғы бәлиғ булмаған бала уртаса ауырлыҡтағы һүлпән тетрапарез, стато-локомотор функциялар боҙолоуы менән 2-се тип спиналь амиотрофия диагнозы менән медицина иҫәбендә тора.
Ләкин медицина учреждениеһы табиптары Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бәлиғ булмаған пациент өсөн айырым препараттарға ғына запрос ебәргән,
ҡиммәтле препараттарға запрос яһалмаған,
әлегә тиклем балаға үтә лә кәрәкле дарыуҙар юллап бирелмәгән.
Күрһәтелгән шарттар һаулыҡты һаҡлауға, медицина ярҙамы алыуға конституцион хоҡуҡтарҙы тупаҫ боҙоу булып тора.
Асыҡланған факттар буйынса дауахананың баш табибы исеменә күрһәтмә сығарылды, ул әле ҡаралыу стадияһында.
Ҡиммәтле препаратты фактик биреүҙе күҙәтеү ведомствоһы контролдә тота.
Б. Вәлиев,
район прокуроры.
Фото - Интернет селтәренән.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?