Көйөргәҙе районында атаһы 40 йәшлек улын айҙан артыҡ эҙләгән. 19 мартта уның кәүҙәһе Ғафури районы Аҡкүл ауылындағы ҡоҙоҡ төбөндә табылған. Мәйет тураҡланған булған. Енәйәттә уның 39 йәшлек өйҙәш ҡатыны ғәйепләнә, тип хәбәр иттеләр Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Тәфтишселәр фаразынса, 12 февралдә улар табын ҡорған, ләкин эсеп алғас, араларында низағ сыҡҡан. Ҡатын әйтеүенсә, быға ирҙең көнләшеүе сәбәпсе булған.
«Ҡатын ағас уҡлау менән уның башына бер нисә тапҡыр һуҡҡан, ир алған йәрәхәттәренән урында үлгән. Ике көндән һуң ҡатын әхирәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, уныһы мәйетте ташландыҡ ҡоҙоҡҡа йәшерергә кәңәш биргән», — тип белдерҙеләр республика Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әхирәттәр мәйетте сана менән тәғәйенләнгән урынға алып килгән. Тәфтишселәр ҡатынды һаҡ аҫтына алыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Рәсәйҙең Тәфтиш комитетында «Үлтереү» статьяһы буйынса эшкә бәйле материал йыялар һәм ғәйепләнеүсенең әхирәтен енәйәтте йәшергәне өсөн яуапҡа тарттырырға йыйыналар.
В Башкирии женщина убила сожителя и разрубила на две части
Больше месяца отец искал своего 40-летнего сына – уроженца Куюргазинского района. 19 марта его тело обнаружено в селе Белое Озеро Гафурийского района на дне колодца. Причем труп был разрублен пополам. По подозрению в преступлении задержана 39-летняя сожительница убитого, сообщили в пресс-службе МВД.
По версии следствия, 12 февраля пара выпивала, но под воздействием алкоголя началась ссора. По словам женщины, он приревновал ее и начал предъявлять претензии.
«Подозреваемая взяла деревянную скалку и несколько раз ударила потерпевшего по голове, от полученных ранений мужчина скончался на месте. Спустя два дня женщина обратилась за помощью к подруге, которая посоветовала ей спрятать тело в заброшенный колодец», — уточнили в пресс-службе республиканского Следственного управления.
Половинки тела подруги к назначенному месту привезли на санях. Следователи подали ходатайство о заключении женщины под стражу. Материалы дела по статье «Убийство» собирают в СКР и планируют привлечь подругу подозреваемой за укрывательство.
Фото: МВД по РБ и СУ СКР по РБ.