Йома, 27 декабрҙә, “Беҙҙең Ҡыйғы” район гәзите редакцияһында гәзиткә яҙылыусылар араһында приздар отошо булды. Уны беҙ үҙебеҙҙең даими уҡыусыларыбыҙ менән бергә үткәрҙек.
Редакцияға йәмғеһе 317 квитанция килде. Уларҙың һәр ҡайһыһына билдәле тәртиптә номер беркетелде. Отошта ҡатнашырға килеүселәр сиратлап "бәхетле һандарҙы" тартып сығарҙы.
Яңы йыл алдынан уҙғарылған отош күңелле атмосферала уҙҙы. Ҡыҙыҡлы мәл дә булмай ҡалманы: отошҡа килгән Джанбек Минһажев (Үрге Ҡыйғы ауылы) үҙенең номерын тартып сығарыуға өлгәште (бындай осраҡтың булғаны юҡ ине әле) һәм ҡар таҙартыу көрәгенә эйә булды. Башҡа ҡунаҡтарға был юлы бүләк сыҡманы.
Ошолай итеп, беҙҙең барлыҡ приздар үҙ хужаларын тапты.
Суперприз – МУЛЬТИВАРКАНЫ Иҫке Мөхәмәт ауылынан А. Сәғитова отто. Мантоварка иһә Үрге Ҡыйғы ауылынан А. Хәлимованың бәхетенә яҙған.
Приз отоусыларҙың тулы исемлеге:
№5 Яҡупов Б.Г., Йонос ауылы.
№14 Сафина Рәхилә, Дүшәмбикә ауылы.
№20 Минһажев Д., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№38 Сәғитова А.К., Иҫке Мөхәмәт ауылы.
№62 Әхмәтова Л., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№81 Хәкимова С.К., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№113 Әминев, Үрге Ҡыйғы ауылы.
№129 Хәлилова М., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№171 Уйылданова Г., Йүкәлекүл ауылы.
№194 Ғилманова Л., Йосоп ауылы.
№251 Хәлимова А.Н., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№260 Нотфуллина, Үрге Ҡыйғы ауылы.
№271 Ғәлиуллина Э., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№279 Ғарипова Г., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№286 Заһиров В., Үрге Ҡыйғы ауылы.
Хөрмәтле дуҫтар! Кемдәр Яңы йылға тиклем гәзиткә яҙылырға өлгөрмәгән, һеҙҙең өсөн “Рәсәй почтаһы” гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһын 15 ғинуарға тиклем оҙайтты.
Алда беҙҙе почтальондар араһындағы конкурсҡа йомғаҡ яһау көтә. Хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре, әле бер аҙ ваҡыт бар. Һеҙҙең өсөн дә беҙ бүләктәр әҙерләгәнбеҙ!