Беҙҙең Ҡыйғы
+18 °С
Дождь
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
14 Мая 2018, 13:03

“Картуф һатыуҙы, ә киләсәктә уны эшкәртеүҙе яйға һаласаҡбыҙ”

Ауыл хужалығы кооперативтарын төҙөү ауыл ерендә шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән продукцияны һатыуға булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.

Ауыл хужалығы кооперативтарын төҙөү ауыл ерендә шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән продукцияны һатыуға булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. республикалағы һымаҡ, беҙҙең районда ла был йүнәлештә эш алып барыла. “Ҡыйғы картуфы” ауыл хужалығы ҡулланыусылар коопе- ративы 2018 йылдың ғинуарында теркәлгән. Уны ойоштороу инициаторы, инициатива төркөмө рәйесе, Килем килтереүсе проекттарҙы хуплау программаһында ҡатнашыусы – шәхси эшҡыуар В. Заһиров (һүрәттә). Беҙ уның районда картуф етештереүҙе тергеҙеү проекты тураһында һөйләүен һораныҡ.

–Районда картуфтан юғары уңыш алыу өсөн шарттар уңайлы, етмәһә, етештерелгән продукция экологик яҡтан таҙа. үҫтерелгән продукцияны һатып булмауы сәбәпле, халыҡ картуфты аҙыраҡ ултырта башланы. Ошо арҡала үҙҙәренең участкаһынан килем алып еткермәйҙәр. Картуф эшкәртеү менән шөғөлләнеүгә тотоноуыбыҙҙың төп маҡсаты – халыҡҡа аҡса эшләргә ярҙам итеү. Дәүләт тә кооперативтар төҙөүгә ярҙам күрһәтә.
2016 йылда районда 947 гектар ерҙә картуф үҫтерелә, шул иҫәптән шәхси хужалыҡтарҙа 905 гектарҙа, уртаса уңыш һәр гектарҙан 148 центнер тәшкил итә. 2017 йылда майҙан тағы ла ҡыҫҡара һәм 913,4 гектар тәшкил итә, уңдырыш та юғары түгел –гектарынан 110 центнер. Әйтергә кәрәк, былтыр шарттар яҡшынан булманы, картуфта фитофтор ауырыуы киң таралды. шәхси эшҡыуарҙар һәм крәҫтиән- фермер хужалыҡтары тарафынан 618,2 тонна картуф һатылған.
Әгәр беҙҙең кооператив эшләп китһә, “икенсе икмәк”тең майҙанын арттырырға мөмкинселек буласаҡ, атап әйткәндә, бының менән тәжрибәле етәкселәр: “Уңыш” АП-һы ЯСЙ-һы рәйесе Ю. Камалов һәм “Әй” АПК-һы рәйесе А. Нотфуллин ныҡлап ҡыҙыҡһына. районға картуфтың яңы сорттары ҡайтарыла ла инде.
Проекттың партнерҙары: Бр Ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәте, Лорх исемендәге Бөтә рәсәй картуф хужалығы фәнни- тикшеренеү институты, Башҡортостандың йәшелсәселек Союзы һәм “Чувашьенкрахмал” ЯСЙ-һы (Сыуаш республикаһы).
Кооператив составына ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар, КфХ- лар башлыҡтары һәм шәхси хужалыҡтар инә. Ике яңы эш урыны булдырыласаҡ, киләсәктә дүртәүгә етәсәк.
Беҙ элекке Ленин исемендәге колхоздың картуф һаҡлағысын ҡуртымға алдыҡ, ул капиталь ремонт талап итә, шулай уҡ 2000 кв.м майҙанлы склад биналары бар. Өс “КамАЗ” автомобиле, ике “Т-150”, дүрт “МТЗ-82”, бер “ЮМЗ” бар.
Иң тәүҙә картуфты йыйыу, һаҡлау, сорттарға бүлеү, таҙартыу, ҡаптарға тултырыу эштәрен планлаштырабыҙ. Бының өсөн беҙгә таҙартыу һәм сорттарға бүлеү линияһы кәрәк, уның эсенә ҡабул итеү бункиры, шнек- транспортер, картуф йыуғыс, сорттарға бүлеү өҫтәле, киптергес, сорттарға бүлеү машинаһы инә – бөтәһе өс миллионға барып баҫа.
Әгәр беҙ, грант алыу конкурсында еңһәк, киләсәктә крахмал заводын төҙөүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Бының өсөн өҫтәмә рәүештә 30 миллион һум тирәһе инвестиция кәрәк буласаҡ. Был беҙҙең проектты тормошҡа ашырыуҙың икенсе этабы буласаҡ. Проекттың партнерҙары беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә әҙерҙәр һәм Ҡыйғы картуфы менән тәьмин итеүгә бөгөндән үк килешеүҙәр төҙөргә мөмкин.

Л. Саҙретдинова яҙып алды.Автор фотоһы.

Читайте нас