Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
12 Июль 2018, 14:48

ХУШ ЕҪЛЕ БЕСӘН ӘҘЕРЛӘНӘ

“Әхмәтдинов Ә.” КФХ-һында, башҡа урындарҙа кеүек үк, ҡыҙыу осор – бесән әҙерләү ваҡыты.

“Әхмәтдинов Ә.” КФХ-һында, башҡа урындарҙа кеүек үк, ҡыҙыу осор – бесән әҙерләү ваҡыты. Арандарҙа малдарҙың нисек ҡышлаясағы хәҙер механизаторҙарҙың нисек эшләүенән тора.

Хужалыҡ хеҙмәтсәндәре, планға ярашлы, 556 гектарҙа үләндәрҙе сабырға һәм 220 тонна бесән әҙерләргә тейеш. 30 баш малды ҡышлатыу өсөн был етерлек. Крәҫтиән -фермер хужалығының эшсәндәре бөгөнгә 50 гектарҙа күстерә һәм кәзә үләне менән клевер ҡатнашмаһын сапҡан. Был эш өсөн “Макдон” сапҡысы сығарылған, уның урғысының киңлеге 4,5 метр тәшкил итә. Хужалыҡ 2 йыл элек һатып алған был сапҡыс юғары етештереүсәнлеккә эйә, сабылған үлән массаһын ҙур тиҙлектә тигеҙ яҫмаларға һалып ҡалдыра. Техникала йәш механизатор Артур Шакиров ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә эшләй. Үләндәр тейешенсә кипкәс, баҫыуға пресс- йыйғыслы тракторҙар сығарылған. А. Ғилметдинов менән Р. Ғәлимовтың эше әллә ҡайҙан күренеп ята: йәшел баҫыу буйлап ҙур-ҙур рулондар теҙелеп киткән. Тиҙҙән уларҙы япма аҫтына ташып ҡуясаҡтар. Бөгөнгә КФХ-ла 25 тонналап хуш еҫле бесән әҙерләнгән. КФХ-ла бер үк ваҡытта игендәрҙе урып йыйыуға әҙерлек бара. Барлыҡ комбайндар механизаторҙар менән комплектланған, әлеге ваҡытта техниканы ремонтлау йәйелдерелгән. Буласаҡ уңыш өсөн 20 гектар пар ере һөрөлгән. Аҫылмалы һабан беркетелгән “Беларусь- 12.21” тракторында Илдар Ишбулдин был эште еренә еткереп башҡарған. Мал аҙығы әҙерләү темпын бер нимә лә тотҡарламай: техника төҙөк, яғыулыҡ етерлек күләмдә, ә иң мөһиме – механизаторҙарҙың һөҙөмтәле эшләргә теләге бар. КФХ башлығы Ә. Әхмәтдинов: “Хәҙер беҙҙең алда бер генә бурыс – малдар өсөн юғары сифатлы аҙыҡ запасы булдырыу. Беҙҙә һәр кем үҙ эшен яҡшы белә һәм тейешенсә башҡара, ә иң мөһиме – дөйөм эш өсөн яуаплылыҡ бар,” – ти.
Н. Нәғимов.
Автор фотоһы.

Читайте нас: