ЖВП-4,9 беркетелгән “МТЗ-80” тракторында үләндәрҙе механизатор Рифат вәлиев саба. Ярты баҫыуҙы ул үтеп сыҡҡан инде. Механизаторҙар аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Сабылған үлән йомшаҡ һәм хуш еҫле – сифатлы бесән нәҡ шундай булырға тейеш тә. Сабылған үлән бер-ике көн кибә, һуңынан уны әйләндерәләр һәм тағы бер-ике көндән өйөмдәргә өйәләр. Фермер үҙе пресс-йыйғыс менән яҫмаларҙы йыйып преслай. Әҙер мал аҙығы һаҡлау урынына ташыла. Халыҡҡа һатыу өсөн дә рулондар бар. – Әгәр бесәнде дөрөҫ пресламаһаң, ул иҙелә. Төктәр тығыҙ булырға тейеш, – ти Ю. Камалов. Хужалыҡта бесән әҙерләү буйынса эштәрҙең күпселек өлөшө башҡарылған – быны бесән рулондары раҫлай: ҡайһы берҙәре әлегә баҫыуҙа ҡала, ә төп өлөшө ферма эргәһенә оҙон рәттәргә өйөп ҡуйылған. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы запасы булдырырға кәрәклеген һәм уның сифатлы булырға тейешлеген барыһы ла яҡшы аңлай. Нәҡ был осраҡта ғына малсылыҡ продукцияһы алыуҙы арттырырға мөмкин. “Йәшел ураҡ” эшсәндәрен көнөнә ике тапҡыр туҡландырыу ҡаралған. Аш-һыуҙы баҫыу ситендә А. Хәбибуллина әҙерләй.