Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
30 Август 2018, 13:05

УЖЫМДАРЗЫҢ ВАҠЫТЫНДА СӘСЕЛЕҮЕ МӨҺИМ

Быйыл “Красный Урал” АПК-һы игенселәре 100 га ужым арышы үҫтерҙе, уңыш йыйып алынған һәм келәткә ташылған.

Быйыл “Красный Урал” АПК-һы игенселәре 100 га ужым арышы үҫтерҙе, уңыш йыйып алынған һәм келәткә ташылған. Уртаса уңдырышлылыҡ гектарынан 18,3 центнер тәшкил иткән. Хужалыҡта ужым бойҙайын сабыуға тотонғандар. Ул шулай уҡ 100 гектар биләй, шул иҫәптән “Умка” һәм “Волжская качественная” элиталы сорттары сәселгән.

Бөгөн киләһе йылда уңыш алыу өсөн сәсеү эштәре башҡарыла. Хужалыҡта ужым культуралары үҫтереү күләмен кәметмәҫкә ниәтләйҙәр. Күсмә фонд орлоғо бар. Дыуан районы “Ярославка” АПК- һынан 2 тонна “Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә” сортлы элиталы ужым арышы орлоғо һатып алғандар. Тупраҡты әҙерләүҙә Зөлфәт Шафиҡов эшләй. СЗ-5,4 сәскесе беркетелгән “МТЗ-82” тракторына механизатор Айрат Әхмәҙуллин идара итә. Уға сәсеүселәр Рушан Уйылданов менән Денис Мөхәмәтдинов ярҙамлаша. Орлоҡто “Урал” автомобилендә Ринат Зәйнуллин ташый. Баҫыу эштәре барышы менән танышырға килгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р. Әхмәтшин үҙ теләктәрен еткерҙе: “Сәсеү алдынан орлоҡтарҙы таҙартырға, лабораторияла сифатын тикшерергә һәм ҡоротҡостарға, ауырыуҙарға ҡаршы мотлаҡ ағыуларға кәрәк. “Баҫыу көнө-2018” семинарында ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн күп төрлө үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары тәҡдим ителде, ләкин беҙҙең игенселәр алдан эшкәртмәйенсә сәсеүҙе дауам итә. Ошо арҡала сәсеүлектәрҙә муҡсалы бәшмәк – торон бәшмәге, шулай уҡ тут менән зарарланған башаҡтар бар. Бындай иген он өсөн яраҡлы түгел, торон бәшмәге малдар организмы өсөн зыянлы булып тора. Орлоҡтар тупраҡҡа яҡшыраҡ күмелһен, өҫтә ятып ҡалмаһын өсөн, сәскестәрҙе загортач менән йыһазландырыу мөһим. Тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеү сүп үләндәренә ҡаршы көрәштә мотлаҡ шарт булып тора. Сәсеүлектәрҙе катуклау тураһында ла онотмаҫҡа, ужым үңәҙенә ҡаршы эшкәртергә әҙерләнергә кәрәк”.
Л. Саҙретдинова.
Автор фотоһы.

Читайте нас: