Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
9 Сентябрь 2018, 12:29

УҢЫШ ЯҠШЫ, КӨНДӘР АЯҘ

“Красный Урал” ауыл хужалығы производство кооперативы иген баҫыуында эштәр ҡыҙыу бара.

“Красный Урал” ауыл хужалығы производство кооперативы иген баҫыуында эштәр ҡыҙыу бара. 35 гектарҙа “Ирень” сортлы яҙғы бойҙай, 85 гектарҙа “Спринт-2” һолоһо яҫмаларға һалынған. Борсаҡты һәм ужым культураларын йыйып һуҡтырыу тамамлана. 100 гектарҙан ужым арышы, шулай уҡ “Умка” ужым бойҙайы уңышы йыйып алынған. Бөгөн “Волжская качественная” сортлы ужым бойҙайы урыла. Уңыш яҡшы – гектарынан 30 центнерҙан ашыу. Механизаторҙарға аяҙ көндәр ярҙамға килә, улар күтәренке кәйефтә намыҫ менән эшләй.

Игендәрҙе яҫмаларға сабыуҙы МТЗ-80 тракторында ЖВН-6 урғысы менән Заһир Можаев, МТЗ-82 тракторында ЖВП-4,9 урғысы менән Айрат Әхмәҙуллин башҡарған. “Үҙәк” МТС-ы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы комбайндары ла ярҙамға килгән, 100 гектарҙа игендәрҙе сапҡан. “Дон-1500” һәм “Нива” комбайндарында Вилнар Шәйехов менән Ильяс Мостафин уңышты йыйып алыу менән мәшғүл. “ЗИЛ-4525” һәм “Урал” автомашиналарында Алмаз Мостафин менән Ринат Зәйнуллин ашлыҡты ташый, баҫыу караптарының туҡтап тороуына юл ҡуймай. Хужалыҡтың ырҙын табағында шулай уҡ моторҙар геүләүе тынмай. Моторист Айрат Мөхәмәтдинов КЗС- 20, уның улы Денис М-819 агрегатында ашлыҡты эшкәртә. Йәш егет Дыуан күп профилле колледжы филиалының өсөнсө курсында белем ала. Яҙғы баҫыу эштәре осоронда ла тыуған хужалығына ярҙамлашҡан. Склад эсенә ашлыҡты “ЗИЛ- 4505” автомашинаһында Юрик Туҡтаров ташый. Ул водитель булып 40 йылдан ашыу эшләй. Склад хужалығы өсөн яуаплы Ришат Дилмөхәмәтовтың да мәшәҡәттәре етерлек. Беҙҙе иген өйөмдәре менән таныштырып, ул ошоларҙы һөйләне: “Иген массаһы 18 проценттан күберәк дымлылыҡ менән килә, сүп үләндәре орлоғо булыуы дымлылыҡты тағы ла арттыра. Бер таҙартҡанда дымлылыҡты 1,5–2 процентҡа кәметә алабыҙ, шуға ла ҡабаттан таҙартыу талап ителә. Иген өйөмдәрен даими рәүештә көрәп бер урындан икенсе урынға күсерәбеҙ. Ужым культураларының яңы йыйылған орлоғо калибрлана”.

Л. Саҙретдинова.
Автор фотолары.

Читайте нас: