Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
13 Сентябрь 2018, 16:09

ЫРҘЫН ТАБАҒЫНДА ЭШ ТЫНМАЙ

Урып йыйыу ваҡытында баҫыуҙағы хеҙмәт, әлбиттә, иң мөһиме. Ләкин, киләһе яҙға тиклем һаҡланһын, “янмаһын” өсөн, йыйып алынған уңышты тейешле кондицияға еткереү һәм таҙартыу шулай уҡ ҙур әһәмиәткә эйә.

Урып йыйыу ваҡытында баҫыуҙағы хеҙмәт, әлбиттә, иң мөһиме. Ләкин, киләһе яҙға тиклем һаҡланһын, “янмаһын” өсөн, йыйып алынған уңышты тейешле кондицияға еткереү һәм таҙартыу шулай уҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Таҙа һәм ҡоро ашлыҡ – саф табыш сығанағы ла.

“Әй” ауыл хужалығы производство кооперативы ырҙын табағында был көндәрҙә эш ҡыҙа. Иген таҙартыу комплекстарының геүләүе әллә ҡайҙарға ишетелә. Бында йөк тейәлгән машиналар бер-бер артлы килеп тора. Ырҙын табағындағы эштәрҙе склад мөдире Вадим Яҡупов көйләй. ул һәр килгән машинаны үлсәп, артабан игенде бушатыу өсөн, тейешле урынға йүнәлтә. йүкәлекүл ауылы ырҙын табағында асыҡ һауала ятҡан иген өйөмдәрен күрмәҫһең, улар барыһы ла бина эсендә, кисекмәҫтән таҙартыла һәм һаҡлауға һалына. Был йәһәттән моторсы Илфат Ғирфанов ярҙамсы эшселәр Юлиә ҡәнипова һәм Флорида йыһаншина менән тырышып эшләй. КЗс-тың өҙлөкһөҙ эшләүе – моторсылар Мәүлитйән Вәлиев менән Илфаҡ йыһаншиндың тырышлығы. улар һәр ваҡыт эш урынында, үҙҙәренә тапшырылған участканы һәр саҡ контролдә тота. Ашлыҡты бер келәттән икенсеһенә күсереүҙе водитель Флорит Зиннәтуллин башҡара. Уның “ГАЗ-53” автомобиле һәр саҡ төҙөк. Үҙ бурыстарын еренә еткереп үтәй. Склад хеҙмәтсәндәре таңдан алып кискә тиклем эш өҫтөндә. Был аңлашыла ла: хужалыҡ орлоҡсолоҡ йүнәлешендә. Төшкө аш хужалыҡтың ашханаһынан туранан-тура эш урынына килтерелә. Тиҙ генә тамаҡ ялғағас, хеҙмәтсәндәр йәнә үҙ бурыстарына тотона – ураҡ осоронда һәр минут ҡәҙерле! Бөгөнгә “Әй” АПК-һында 1350 гектар баҫыуҙың 740 гектарынан игендәр урып алынған, был планға ҡарата 55% тәшкил итә. 10550 центнер ашлыҡ йыйылған, уңдырышлылыҡ гектарынан 14 центнер.
Н. Нәғимов.
Ә. Нуретдинов фотоһы.

Читайте нас: