Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
17 Сентябрь 2018, 12:57

УРМАНДЫ ҺАҠЛАП – ҮҘЕҢДЕ ҺАҠЛАЙҺЫҢ

16 сентябрь – урман хеҙмәтсәндәре көнө

Асрар Әхкәм улы хеҙмәт һөйөүсән крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. Дүртенсе класты тамамлағас, ата-әсәһенә ярҙам итеү маҡсатында, колхоз эшенә егелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 14 йәш була. Башҡа үҫмерҙәр менән бергә Магнитогорск ҡалаһына фабрика- завод уҡыуына (ФЗО) ебәрәләр. Металлургия комбинатында металл ҡырҡыусы һөнәрен үҙләштерә. 1948 йылда станокта эшләгәндә йәрәхәтләнә – күҙенә тимер юнысҡыһы эләгә. Уң күҙенә ампутация яһайҙар. Тыуған яғына юлланырға хәл итә. Ҡайтҡас, Калинин исемендәге колхозда эшләй. Яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәтсәнде Ҡыйғы урман хужалығының 4-се обходы урмансыһы итеп эшкә саҡыралар. 2243 гектарға йәйелгән урманды дәүләт ҡурсалауын бойомға ашыра. “Беҙ йыл һайын йәш, нигеҙҙә ылыҫлы ағастар ултырта, уларҙы 100 гектарға еткерә торғайныҡ. Йәш ағастарҙы яҡшылап тәрбиәләү талап ителә ине, был йәһәттән урындағы мәктәп уҡыусылары ярҙамлашты. Бынан тыш, бесән, дарыу үләндәре, емеш-еләк, бәшмәк, үҫемлектәр әҙерләү планы бирелде. Ҡайын бөрөһөн – 100 килограмға, ҡара- ғай һәм шыршы тубырсыҡтарын бер тоннаға тиклем йыйыуҙы тәьмин итә торғайным. Үҙ эшемде бик яраттым. Әгәр урманды ҡурсалаһаң, ул һиңә сикһеҙ байлыҡ бирә икәнлеген беләм. Ял итеү өсөн урмандан да яҡшыраҡ урын юҡ. Ҡоштар һайрауын, япраҡтар ҡыштырлауын тыңлау күңелгә рәхәтлек бирә,” – тип уртаҡлаша хеҙмәт ветераны. Урман хужаһының эше күп төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләп үтелә, йыл һайын социалистик ярыш еңеүсеһе була. “СССР-ҙың дәүләт урман һағындағы хеҙмәт өсөн”, “РСФСР- ҙың иң яҡшы урман хужалығы хеҙмәткәре” билдәләре, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән. 2015 йылда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан алған миҙалын айырыуса ҡәҙерләп һаҡлай. “Олоғайған һайын, дәүләттең, яҡындарҙың һәм туғандарҙың, яҡташтарҙың иғтибары, хәстәрлеге ҡәҙерлерәк була бара,” – ти ветеран. Тормош иптәше Рауза Ғарифйән ҡыҙы менән ете бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Атаһы менән урмандар буйлап йөҙәрләгән саҡрымдар үткән Камил ошо уҡ һөнәрҙе һайлаған. Асрар Әхкәм улы әле лә көр күңелле, хәтере яҡшы. “Миңә тормошҡа ҡыуанып оҙаҡ йәшәргә урман ярҙам итә. Унда һауа һәр саҡ саф бит,” – ти ул. Ветерандың йортонан сыҡҡас, мәктәптән һуң уның эргәһенә ашыҡҡан ейәндәрен күрәм. Киләсәк – улар ҡулында, Тыуған илдең байлығын һаҡлау һәм арттырыу уларҙан тора, тигән уй үтә.
Л. Саҙретдинова.
Автор фотоһы.

Читайте нас: