Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
24 Сентябрь 2018, 14:12

КАРТУФ БАҪЫУЫНДА УҢЫШ МУЛ

Быйыл картуф ғәҙәттәге сәсеү срогынан ике аҙнаға һуңыраҡ ултыртылһа ла, июндә көндәр һалҡын торһа ла, “Уңыш” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте картуф баҫыуында уңыш яҡшы.

Быйыл картуф ғәҙәттәге сәсеү срогынан ике аҙнаға һуңыраҡ ултыртылһа ла, июндә көндәр һалҡын торһа ла, “Уңыш” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте картуф баҫыуында уңыш яҡшы. Хужалыҡ етәксеһе Ю. Камалов әйтеүенсә, һәр гектарҙан 200 центнерҙан ашыу картуф сыға.

12 гектарға ултыртылған “Ред Скарлетт” сортының өстән бер өлөшө ҡаҙып алынған. Картуф һабағын ике аҙна алдан МТЗ-82 тракторына тағылған КИР-1,5 агрегаты ярҙамында И. Әлиев сабып сыҡҡан. КР-2-01 картуф ҡаҙғысы беркетелгән тракторҙа Ш. Рәхимов эшләй. Баҫыуҙа шулай уҡ С-70 тракторы менән КПК-3 картуф йыйыу комбайны ла сығарылған, уға Ю. Камалов идара итә. Аграрийҙарға Дыуан күп профилле колледжының Ҡыйғы филиалы 3-сө курс уҡыусылары ярҙамлаша. Буласаҡ ашнаҡсы-кондитер- ҙар, бүлбеләрҙе орлоҡҡа һәм аҙыҡ маҡсатына сортлап, ҡапсыҡтарға тултыра. “Тупраҡты алдан сифатлы эшкәртеү, яҡшы орлоҡ һайлау, баҫыуҙы тейешенсә тәрбиәләү арҡаһында мул ғына уңыш алабыҙ. Картуф бүлбеләре әллә ни эре түгел, ләкин таҙа, һәр төр ауырыуҙарҙан азат, ҡорот- ҡостар зыян яһамаған. Эш күп әле, 23 гектарҙан “Розара” сортын да йыйып алаһы бар,” – тип һөйләй Юнир Фәүзи улы. Был хужалыҡта картуф үҫтереү буйынса проекттың инвесторы И. Әлиев: “Продукцияны ҡайҙа һатырға икәнлеген хәл иткәнбеҙ. Өфө, Һамар һәм Мәскәү ҡалаларына оҙатасаҡбыҙ, – тип һөйләй. – “Икенсе икмәк”те һатып алыу хаҡы 2017 йылдағынан түбәнерәк булмаҫ, 1 кг өсөн 14–20 һум тәшкил итер, тип уйлайбыҙ”. Күреүебеҙсә, беҙҙә үҫте- релгән аҙыҡ культураһына ил масштабында һорау бар. Картуф етештереү бизнесы ҡатмарлы, ләкин ул табышлы һәм кәрәкле.
Л. Саҙретдинова.
Автор фотоһы.

Читайте нас: