Ырҙын табағына ашлыҡ тейәлгән тәүге машиналар килә башлау менән КФХ ағзалары игенде эшкәртеүгә, орлоҡ материалын әҙерләүгә тотонған. ОВС-25 агрегатында машинистар И. Самиҡов менән З. Солтанов эшләй. “Быйыл иген оптималь дымлылыҡта, сөнки культуралар бүлә ысул менән йыйып алынды. Ҡояшлы һәм елле һауа торошо яҫмаларҙың тиҙ арала яҡшы кибеүенә булышлыҡ итте. Шулай ҙа, йыйып алынған уңыштың сифаты насараймаһын өсөн, беҙ иген өйөмдәре торошон контролдә тотабыҙ. Был яуаплы эш склад мөдире Марат Сәйфуллинға йөкмәтелгән,” – тип һөйләне КФХ башлығы Әҙил Әхмәтдинов.