“Красный Урал” АПК-һы һауынсыһы Лилиә Марат ҡыҙы Петухова былтыр БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Был юғары награданы ул Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан алды. Лилиә әсәһе Рәүизә Сәйҙиған ҡыҙы менән бәләкәйҙән һөтсөлөк фермаһына йыш килә, һыйырҙарҙы тәрбиәләргә, һауырға өйрәнә. “Барыһына ла өйрән, тормош ул бик оҙон һәм ҡатмарлы, кәрәк булыуы бар,” – тип ҡабатлай әсәһе. Лилиә Петухова бына 15 йыл инде һауынсы. Яңы эш башлаған ваҡытта ла, хәҙер ҙә уға был эш оҡшай һәм еңел бирелә. – Мин әсәйемдән күп нәмәгә өйрәндем. Ул яҡшы һауынсы ине, – ти Лилиә Марат ҡыҙы. – Был юлды һайлағаныма һис үкенмәйем һәм тормошомдо көрәнкәйҙәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. “Красный Урал” АПК-һы етәкселеге Л. Петухованың яуаплы, тырыш булыуын, үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡарыуын билдәләй. Район конкурсында йыл һайын Йыланлы һөтсөлөк фермаһы намыҫын нәҡ уның яҡлауы осраҡлы түгел. Элгәре йыл Лилиә Марат ҡыҙы район чемпионкаһы булды. 2017 йылда Тимирязев исемендәге АПК-нан килгән Д. Ҡәйүмованан саҡ-саҡ ҡына ҡалышып, икенсе урын яуланы. Һауынсыларҙың район конкурсында улы Иван Петухов та ҡатнашты. Ул, яҡшы теоретик һәм практик белемен күрһәтеп, уҡыусылар араһында беренсе урын яуланы, почет грамотаһына, аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. – Сер түгел, эшем ауыр. Таң менән торорға тура килә. Ләкин өйрәнгәнмен инде, – тип йылмая яҙмамдың героиняһы. – Ферма минең өсөн икенсе өйгә әйләнгән. Һыйырҙарҙы ла яратам, уларҙы бер-ике көн күрмәй торһам, һағына башлайым. Барыһын да исемләп беләм. Һауынсы әйтеүенсә, фермала мал аҙығы базаһы яҡшы, малдарҙы баланслы ашатыу ойошторолған, аҫрау шарттары зооветеринария талаптарына яуап бирә. Коллектив татыу һәм берҙәм. Ошондай уңайлы мөхиттә эшләге һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшке генә килә. Йыланлы һөтсөлөк фермаһында 530 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 200 баш бестужев тоҡомло һыйыр аҫрала. Көн һайын хужалыҡ кассаһына төп керем нәҡ ошонан килә. Бөгөн һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауым 8–9 литр тәшкил итә. – Лилиә Марат ҡыҙы – тәжрибәле һауынсы. Малсылыҡтағы иң яҡшы хеҙмәтсәндәрҙең береһе, – ти “Красный Урал” АПК-һы етәксеһе А. Шәнгәрәев. – Үҙ эшен бар нескәлектәрендә белә, малдарҙы ашатыу һәм аҫрау технологияһын теүәл үтәй. Министрлыҡтың Почет грамотаһы – быға асыҡ дәлил.