Беҙҙең Ҡыйғы
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
27 Сентябрь 2018, 16:09

МЕЙЕСҺЕҘ ӨЙҘӨҢ ЙЫЛЫҺЫ ЮҠ

Ауылдарҙа мейессе һөнәре элек-электән абруйлы һанала. Мейесе булмаған өйҙөң йылыһы юҡ, ә ҡышын ул бөтөнләй йәшәргә яраҡһыҙ.

Ауылдарҙа мейессе һөнәре элек-электән абруйлы һанала. Мейесе булмаған өйҙөң йылыһы юҡ, ә ҡышын ул бөтөнләй йәшәргә яраҡһыҙ. Оҫта мейесселәрҙе һәр ерҙә юғары баһалайҙар һәм ихтирам итәләр. Сағыр ауылында йәшәүсе Ғәли Шәрифулла улы Ибраһимов һалған мейестәр тирә-яҡта дан тота – улар тиҙ йылына һәм йылыны оҙаҡ һаҡлай, күп йылдар хеҙмәт итә.

Ғәли Шәрифулла улы тәбәнәк буйлы, мыҡты кәүҙәле кеше. Уның көслө ҡулдары аша күпме ауыр- ауыр кирбестәр (ҡайһы берҙәренең ауырлығы 5 килограмға етә) үткәндер – һанап бөтөрлөк тә түгел. Тәүге мейесен ул 16 йәшендә, Ишембай ҡалаһы 57-се һөнәрселек училищеһында ташсыға уҡығанда һала. Уҡыу йортонда был һөнәргә лә өйрәтәләр. Сағыр ауылында тыуып үҫкән, Ишембай трикотаж фабрикаһында эшләүсе Йәмғиә Мөғәффә ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, беҙҙең яҡтарға 1993 йылда күсеп ҡайталар. Ғ. Ибраһимов тәүҙә ПМК-ла ташсы булып, һуңынан аҙыҡ комбинатында эшләй. Төп эшенән буш ваҡыттарында ауылдаштарына төрлө мейестәр (рус мейесе, галанка һ.б.) сығара. Тиҙҙән оҫтаның даны тирә-яҡҡа тарала. Үҙ эшен еренә еткереп, намыҫ менән башҡара, сөнки һөнәрсе өсөн үҙ исеменә тап төшөрмәү, репутация һаҡлау мөһим булып тора. Үҙенән өлкәнерәк, тәжрибәлерәк иптәштәренән күп нәмәгә өйрәнә, уларҙың эше менән танышып, күп нескәлектәрҙе үҙләштерә. – Ысын оҫта мейесте теләһә ҡайҙа һалмай. Ҙур өйҙә уны, йылыһы һәр ергә етһен өсөн, уртағараҡ һалырға кәрәк, – тип үҙ эше үҙенсәлектәре тураһында һөйләй Ғәли Шәрифулла улы. – Мейес оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн, юғары сифатлы кирбес кәрәк, балсыҡ иретмәһен дә дөрөҫ әҙерләү мөһим. Әллә күпме мейес һалырға тура килһә лә, бер генә хужаның да уға ҡәнәғәтһеҙлек белдергәне юҡ. Быйыл Ғ. Ибраһимов Оло Ыҡтамаҡ ауылында үткән “Мәсетле оҫтаханаһы” төбәк-ара конкурсында район намыҫын яҡланы. Ул И. Абзалов (Солтан ауылы) менән һалған мейес барыһын да таң ҡалдырҙы. Хаҡлы рәүештә беренсе урынға лайыҡ булдылар. Ғәли Ибраһимов улы Фидандың да был һөнәрҙе үҙләштереүенә сикһеҙ шат. Улы хәҙерге ваҡытта Нефтекама ҡалаһы “Нефаз” заводында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Буш ваҡыттарында ҡулына мастерок алып, дуҫтарына, таныштарына мейес һалып бирә. Ғәли Шәрифулла улы әйтеүенсә, бөгөн дә был һөнәргә өйрәнергә теләүселәр аҙ түгел. Мейессе һөнәре һәр заманда ла кәрәкле буласаҡ, тип иҫәпләй ул.
Н. Нәғимов.
Автор фотоһы.

Читайте нас: