“Кейс” комбайнында Эдуард Әхмәҙиев, “ЗИл-ММЗ-554” автома- шинаһында Камил Закиров ең һыҙғанып эшләй. Ашлыҡтың тулайым йыйымы 3700 центнер тәшкил итә, уртаса уңды- рышлылыҡ – гектарынан 19 центнер. Барлыҡ иген Кеҙетамаҡ ауылындағы келәткә һаҡлауға һалынған. Машинист Ирек Закирйәнов “ЗАВ-10” аша игенде таҙартыу менән мәшғүл. – Быйыл урып йыйыу эштәрен бер тында башҡарып сыҡтыҡ. Һауа торошо игендәрҙең өлгөрөүе өсөн дә, эштәрҙе башҡарыуға ла яҡшы торҙо. Механизаторҙарға бик рәхмәтлемен, – ти КФХ башлығы Фидус Закиров. Шуныһы маҡтауға лайыҡ: хужалыҡта буласаҡ уңыш тураһында хәстәрлек күрәләр. Бер баҫыуҙа урып йыйыу дауам итһә, икенсеһендә йәш ҡамыл буйлап ерҙе туңға һөрөү бара ла инде. Хужалыҡта булып, беҙ хеҙмәтсәндәрҙең көр кәйеф һәм энтузиазм менән эшләүен күрҙек. Үҙ ҡулдары менән үҫтергән яҡшы уңыш уларҙың күңелен ошолай күтәрә.