“Әй” АПК-һы – райондың иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Бында йылданйыл продукция етештереү күләме арттырыла, хужалыҡ заманса баҙар шарттарында йылдам үҫешә. Үҫемлекселек тармағы хеҙмәтсәндәренең ниндәй күрһәткестәргә ирешеүе менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн, беҙ АПК етәксеһенең һәм белгестәренең иртәнге эш кәңәшмәһендә булдыҡ.
“Бөгөнгә барлыҡ ауыл хужалығы культураларын урып йыйыу тамам. Быйылғы йәй яуымтөшөмлө һәм һалҡынса булды. Был иһә ауыл хужалығы культуралары үҫешенә кире йоғонто яһаны. Игендәрҙең уртаса уңдырышлылығы гектарынан 15,9 ц тәшкил итте. Ужым арышы – гектарынан 18,9 ц, ужым бойҙайы – 15,3 ц, яҙғы бойҙай – 15,6 ц, борсаҡ – 18 ц, кәрешкә 17,6 ц уңыш бирҙе. Үҫемлектәрҙең вегетация осоронда һауа торошо насар тороуы арҡаһында йылылыҡ яратыусы культура – ҡарабойҙай гектарынан 9 центнер ғына уңыш бирә алды. Техник культура – яҙғы рапс яҡшы ғына уңыш менән ҡыуандырҙы (7,6 ц). Шулай уҡ мал аҙығы культураларынан мул ғына уңыш алынды. Күп йыллыҡ үләндәр – гектарынан 257 ц, бер йыллыҡ үләндәр – 250 ц, кукуруз 350 ц йәшел масса бирҙе.
Мал аҙығы әҙерләү планы арттырып үтәлде,” – тип һөйләй хужалыҡтың баш агрономы Филүр Ғәлләмов.
Мал аҙығы әҙерләүҙә төп эш күрһәткесе булып һәр шартлы малға әҙерләнгән аҙыҡ берәмеге тора. Әгәр 2017 йылда 32,8 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнһә, быйыл – 41,2 ц. Бынан тыш, 400 тонна иген фуражы һалынған, был планға ҡарата 125% тәшкил итә.
Киләһе йыл уңышы өсөн 100 га ужым бойҙайы, 100 га ужым арышы сәселгән. 800 га ер туңға һөрөлгән, етерлек күләмдә орлоҡ һалынған, бөгөн уны ҡабатлап таҙартыу һәм сортлау бара. Хужалыҡ эшмәкәрлегенең иҡтисади аспекттары тураһында баш экономист М. Мөхәмәтдинов бәйән итте: “Фураж игенен киптергәс, уны һата башланыҡ. Бөгөнгә 500 тонна һатылған. Үҫемлекселек эшсәндәре предприятие иҫәбенә 4 миллион һумдан ашыу табыш индерҙе. Ошо йылдың 9 айында бөтәһе 54,7 миллион һумлыҡ тулайым продукция етештерелгән. Был 2017 йыл кимәленән 5 миллион һумға күберәк. Табыш 7,12 миллион һумлыҡ булды, был 2017 йылдағынан 188 мең һумға күберәк. Бер хеҙмәткәргә иҫәпләгәндә, 582 мең һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән, был былтырғы күрһәткестән 15 меңгә артығыраҡ”.
“Беҙ бөгөн кредит ойошмаһы – “Россельхозбанк” ААЙ-һы менән эшләйбеҙ. Быйыл ике тапҡыр ҡыҫҡа сроклы кредит юлланыҡ. 2017 йылда оҙайлы сроклы кредиттарға КЗС “GS Полесье- 812” комбайнын һәм “К-744-Р2” тракторын һатып алдыҡ. Яңы техника алыу – беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш. Быйыл ПСКУ-9 һабанын һатып алдыҡ, уның ярҙамында ер сифатлы итеп туңға һөрөлдө. Бөгөн хужалыҡ 905 мең һум дебитор һәм 1200 мең һум кредитор бурысҡа эйә. БР Ауыл хужалығы министрлығына сығымдарҙы ҡаплауға документтарҙы ваҡытында тапшырып, быйыл 3,5 миллион һум күләмендә субсидия алдыҡ. Хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстар юҡ. Аҡсалата түләүҙән тыш, беҙҙә натуралата түләү формаһы ҡаралған. Быйыл иң яҡшы хеҙмәтсәндәргә премия сифатында 48 тонна күләмендә иген таратып биреләсәк,” – тип һөйләне хужалыҡтың баш бухгалтеры Гөлшат Исмәғилева.
Һөнәри компетенцияһы һәм ойоштороу һәләттәре үҙ ваҡытында колхоз рәйесе Азат Нотфуллинға эшкә һәләтле коллектив тупларға ярҙам иткән. Ошо йылдың авгусында хужалыҡтың баҫыуында “Баҫыу көнө – 2018” төбәк семинары үтте. Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге һәм белгестәре был мөһим сараны уҙғарыу кимәленә юғары баһа бирҙе.
“Предприятиеның уңышлы эшенең 90 проценты коллективтан тора, – тип билдәләй Азат Самат улы. – Мин уларға ышанам, ә улар – миңә. Һәр кем үҙ бурыстарын белә, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Беҙҙең команда артыҡ ҙур түгел, ләкин барыһына ла өлгөр. Ураҡ эштәре ваҡытында комбайнсылар Ф. Мөхәмәтдинов, Р. Ҡәнипов, М. Ҡәнипов, иген культураларын сабыуҙа Ф. Нотфуллин, С. Әхмәҙиев, силос культураларын урып йыйыуҙа А. Саяфаров, шулай уҡ водителдәр Э. Мөхәмәтдинов, Ш. Ғәйнуллин, В. Йыһаншин, И. Кирәйевтар ҙур тырышлыҡ менән эшләне. Ужым культураларын сәсеүҙә Р. Миңлеханов, туңға һөрөүҙә У. Мөхәмәтдинов, бесән эҫкертләүҙә И. Фазлыев, һалам һәм бесән преслауҙа А. Сәйҙәхмәтов айырылып торҙо. Бөгөн В. Хужин мал аҙығы ташыу менән мәшғүл. Етәксе булараҡ, минең эшемдә иң мөһиме – кешеләр менән яҡшы үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдырыу. Белем һәм тәжрибә кимәле, кешеләрҙе тыңлай, компромисс таба, уларҙың кәңәштәрен иҫәпкә ала белеү – былар барыһы ла һөҙөмтәле эшмәкәрлек нигеҙе һәм предприятиеның үҫешеүенә булышлыҡ итә,” – тип иҫәпләй А. Нотфуллин.
Уның менән күп ваҡыт бергә эшләүселәр Азат Самат улының принципиаль, хеҙмәтсәндәргә генә түгел, үҙенә лә талапсан етәксе булыуын билдәләй. Ул һәр ваҡыт эштәр ҡайнаған урында: баҫыуҙа, фермала, ырҙын табағында. Производстволағы йомшаҡ звеноларҙы асыҡлау һәм бөтөрөү менән мәшғүл.
Ҡулланыуға алынған инновацион алымдар, яңы технологиялар һәм сорттар, хужалыҡ итеүҙең прогрессив формалары ауыл хужалығы предприятиеһына яҡшыирешергә, райондағы иң яҡшы хужалыҡтарҙың береһе булырға ярҙам итә. “Әй” АПК-һы хеҙмәтсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы. һөҙөмтәгә