Уның эшенең төп йүнәлеше – һөт малсылығы. Бөгөн бында 110 баш һыйыр малы аҫырала, шуларҙың 39-ы – ҡара сыбар һыйырҙар. 2017 йылда фермер Өфө районы “Николаевское”
агрофирмаһынан 20 баш голштин тоҡомло таналар һатып алған һәм төп
көтөүгә ҡушҡан.
Хужалыҡ етештергән продукцияны килограмын 15 һумдан Һатҡы һөт заводына һата. Шуны ла әйтергә кәрәк, йәш фермер күрше Вәҡиер, Туғыҙлы, Салауат районы Лаҡлы ауылында халыҡтан һөт тә йыя. Оҙатыр алдынан продукция һыуытыла, бының өсөн 2 тонна һыйҙырышлы һыуытҡыс бар.
– Әлбиттә, һөт етештереү еңел эш түгел, әммә ул хужалыҡ ҡаҙнаһына көн һайын табыш китерә, – ти фермер.
Элекке һөт фермаһының бер бинаһын ул үҙ аҡсаһына яңыртып алған: фундаментын йүнәткән,
ҡыйығын яңынан япҡан, яңы ҡапҡалар ҡуйған, ҡыҫҡаһы, байтаҡ ҡына эш башҡарған. Бина эсе йылы, ҡоро,малдарға иркен.
Һауынсылар (улар бында икәү) тырышып эшләй, көн тәртибен аныҡ үтәй, малдарҙы һәйбәт тәрбиәләй. Мал ҡараусылар ҙа уларҙан ҡалышмай, ваҡытында ашатып, ҡураларҙы таҙартып торалар. Фермер эшселәрҙән ҡәнәғәт, үҙе һайлап алған кадрҙарҙы ышаныслы тип иҫәпләй.
Халыҡ әйткәнсә, һыйырҙың һөтө телендә – нисек ашатһаң, шунса һауаһың. Быйыл Олег Шамил улы етерлек кимәлдә мал аҙығы әҙерләгән.
Бесән дә, сенаж да (350 тонна) бар, һалам етерлек. Бынан тыш, Шишмә шәкәр заводынан патока (крахмал шәрбәте), төпрә ҡайтарғандар, ә улар– яҡшы өҫтәмәләр.
Район етәкселеге фермерҙың тырышлығын күреп, уға Килем килтереүсе проекттар программаһы
нигеҙендә ауыл хужалығы кооперативын төҙөргә һәм етәкләргә тәҡдим иткән. Урындағы ауыл
хужалығы тауарҙарын етештереүселәр менән дөйөм йыйылышта һөт сеймалын йыйыу, һаҡлау һәм һыуытыу менән шөғөлләнергә ҡарар иткәндәр.
– Фермер булыу – көндәлек мәшәҡәтле хеҙмәт ул. Мин быны үҙемдә һынап беләм. Әммә ялҡауланмайынса, тырышһаң, үҙалдыңа аныҡ маҡсат ҡуйһаң, үҙ хужалығыңдың уңышлы эшләүенә
өлгәшергә була. Мин һәр башланғысымда ышанып ярҙам иткән яҡындарыма, дуҫтарыма, ауылдаштарыма сикһеҙ рәхмәтлемен,– ти Олег Шамил улы.
Беҙ уға уңыштар, бар пландарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.