Ҡөлмәттәге “Төньяҡ-Көнсығыш” ЯСЙ-һы һөтсөлөк фермаһында ҡышлатыу ҡыйынлыҡтарһыҙ бара. Һауынсылар ҙа, мал ҡараусылар ҙа ғәҙәттәгесә тырышып эшләй, һәр ҡушылған эште тейешенсә башҡара.
Үтеп барған йылдың 11 айына бында 4357 центнер һөт һауылған (былтырғынан 260 центнерға күберәк), 3901 центнер продукция һатылған (уҙған йылдағынан 19 центнерға артығыраҡ).
Бында, әлбиттә, һөт һауыуҙы арттырыуға көс һалған һауынсыларҙың, малсыларҙың хеҙмәт өлөшө ҙур.
Предприятие етәксеһе З. Фәттәхова һөйләүенсә, һыйыр малдары 332 баш, шуларҙың 151-е – һауын һыйырҙар. Бесән, сенаж, иген фуражы етерлек әҙерләнгән. Фермала һыйырҙарҙың быҙаулауы дауам итә, йыл башынан алып 122 быҙау алынған. Быҙаулатыу бинаһы таҙа һәм ҡоро, быҙауҙарға махсус ситлектәр әҙерләнгән.
Бөгөн һәр һыйырҙан 8–9 литр һөт һауып алалар. Көн һайын “Төньяҡ- Көнсығыш” ЯСЙ-һы һөтсөлөк фермаһы 700 литр юғары сифатлы продукция тапшыра һәм ярайһы уҡ юғары табыш ала. – Әлеге көндә байтаҡ һыйырҙар һауалған, быҙауларға әҙерләнә, шуның өсөн ашатыу рационына айырым иғтибар талап ителә, – тип аңлата хужалыҡ етәксеһе. – Малдарға витаминдар, ылыҫ бирелә. С. Нотфуллина алты айға тиклемге быҙауҙарҙы ҡарай, улар 18 баш. Йыл башынан алып уның төркөмөндә уртаса тәүлек артым 560 грамға еткән, ноябрь айында 741 грамм булған. Ф. Шәрәфетдинов менән Н. Ғабдуллин да маҡтауға лайыҡ.
Бөгөн малсыларҙың төп бурысы – үрсемдең һаҡланышын тәьмин итеү һәм һыйырҙарҙың продуктлылығы кәмеүгә юл ҡуймау.