Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
11 Декабрь 2018, 16:44

МИНЕҢ ҒАИЛӘМ ИГЕНСЕЛӘРЕ

Ер үҙ ҡағиҙәләре менән йәшәй. Уның, тере йән эйәһе һымаҡ, сирләүе, һыуға сарсауы һәм үҙ холҡо булыуы мөмкин. Игенсенең төп тырышлығы, ерҙең бар үҙенсәлектәрен өйрәнеп, тупраҡтың бар серҙәрен асыуҙан тора. Бының өсөн уға бөткөһөҙ түҙемлек, белем, тәжрибә һәм маһирлыҡ талап ителә.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа тракторсы һәм комбайнсы һөнәрҙәре иң мөһимдәрҙән һанала. Уңыш йыйыу мәлендә комбайнсылар ауылда иң күренекле кешеләр булып тора, сөнки улар ҡулында – буласаҡ уңыштың яҙмышы. Ашлыҡ һуғыу мәлендә эш ваҡыты 15–18 сәғәткә тиклем һуҙыла. Комбайнсы Ахуновтарҙың быуыны беҙҙең ерҙә оло эҙ ҡалдырған. Уларҙың исемдәре һәм эштәре ауыл, район, республика тарихына мәңгегә инеп ҡалған.
1907 йылдың июль айында Үрге Ҡыйғы ауылында донъяға килгән олатайым Әхмәтйәнов Ахун Әхмәтйән улы ҡырҡынсы йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз баҫыуҙарына районда иң беренсе
дизель яғыулығында эшләүсе тракторҙы ер һөрөргә алып сыға һәм ул бар ауыл хужалығы эштәрендә лә ҡатнаша. Олатайым бер нисә тапҡыр һуғышҡа ебәреүҙәрен һорай, әммә уға “бронь” бирәләр. Партия саҡырыуы – “Фронтҡа икмәк кәрәк!” – мөһим була. Йыйылған игенде баҫыуҙа уҡ арбаларға тейәп, Һатҡы ҡалаһына оҙаталар, унда эшелондарға тейәйҙәр. Ҡайһы көндө колхозсылар икешәр рейс яһарға өлгөрә. Уңышты йыйып алғандан һуң, тракторҙарҙы көйләү башлана. Ҡышҡы 40
градуслы һыуыҡта ҡорос техниканы ялан ҡул ремонтлап, олатайым ҡулдарын туңдыра һәм уның ике ҡулының да бармаҡтары йоҙроҡҡа йомарланған хәлдә ҡала. Әммә был да тынғыһыҙ хеҙмәтсәнде туҡтата алмай, 85 йәшенә саҡлы Ватан файҙаһына тир түгә.
Байтаҡ йылдар тракторҙа эшләп, йәш механизаторҙарҙы өйрәтеп, олатайым комбайнға күсеп ултыра. Яҙын ер һөрөргә, сәсергә, йәйен баҫыуҙарҙы тәрбиәләргә, көҙөн уңыш йыйырға кәрәк була. Тимәк, уға бер үк ваҡытта тракторсы ла, комбайнсы ла булырға тура килгән. Ахун Әхмәтйән улының
тырышлығы яҡшы баһалана, уның миҙалдары, республика һәм район етәкселеге исеменән маҡтау
грамоталары һәм рәхмәт хаттары байтаҡ. Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн ул “Хеҙмәт ветераны” ордены
менән бүләкләнә. Әммә ул улдарының һәм ейәндәренең үҙенең һөнәрен һайлауын иң ҙур
баһа тип һананы. Олатайым тыуған төйәгендә 92 йәшкә саҡлы йәшәне.
Олатайымдың юлын уның улы, минең атайым – Рәфҡәт Ахунов дауам итте. Алты йыл Свердловск
ҡалаһында эшләгәндән һуң, ул 1957 йылда үҙенең атаһы менән Ленин исемендәге колхозда комбайнсы булып эш башлай. Ағайҙарым Рифат, Илдар һәм Ильяс Ахуновтар ҙа 14 йәштән
олатайым менән атайыма ярҙам итә башланы. Августа ҡырҙа эш ҡайнағанда улар көндәр буйы бер-
береһен алмаштырһа, сентябрҙә дәрестәрҙән һуң ярҙамлаша инеләр. Атайым етәкләгән баҫыу эшсәндәре звеноһы даими юғары уңышҡа өлгәште, колхоз һәм совхоз эшсәндәре араһындағы
хеҙмәт ярышында һәр ваҡыт еңеүсе булды. Уларҙың фоторәсемдәре район почет таҡтаһында йыш урын алды. Олатайым кеүек, атайымдың да ике ҡулында өс бөтөн бармағы ғына ҡалғайны, ҡалғандарын ул ремонт ваҡытында юғалтты: комбайндың тапшырыуҙар ҡабы ҡыҫып, бер юлы өс бармағы өҙөлдө, бер нисәһен туңдырып ҡырҡтырырға мәжбүр булды. Рәфҡәт Ахуновтың да
наградалары бик күп, уларҙың барыһын да һанап сығыуы ла ҡыйын. Ҡайһыларын ғына атап китәм: 1972 йылда ул “Почет билдәһе” орденына лайыҡ була, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” (9 тапҡыр), “Биш йыллыҡ ударнигы” (4 тапҡыр), “Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы” миҙалдары менән бүләкләнә. 45 йыл эшләү дәүерендә ул 25 йыл “Башҡортостандың иң алдынғы комбайнсыһы” исемен йөрөтә һәм хеҙмәте өсөн Коммунистар партияһының 1976 йылдың 24 февраленән 5 мартына тиклем
Мәскәү ҡалаһында үткән XXV сьезына делегат итеп саҡырыла. Атайым үҙенең иҫ киткес баҫалҡы, ярҙамсыл, изгелекле, барыһына ҡарата ла иғтибарлы һәм кешелекле булыуы менән айырылып тора ине, минең хәтеремдә айырыуса ундағы көслө ғәҙеллек тойғоһо һаҡланып ҡалған, әлбиттә, был сифаты биш балаһына ла күскән. Үҙ эшенә һәм тыуған еренә хеҙмәт иткән атайымдың һәр уңышы артында уға һәр яҡлап ярҙам иткән ҡатыны, әсәйем Динара Ахунованың ауыр хеҙмәте ята. Ул да 16 йәшенән хеҙмәт юлын башлай. Ветбаклабораторияла эшләне һәм биш бала тәрбиәләне, бынан тыш, яҙғы сәсеү һәм көҙгө уңыш йыйыу мәлендә көн һайын дүрт механизаторҙың махсус эш кейемен ҡул менән йыуып ҡуйырға, шул уҡ ваҡытта ғаиләһен ашатып, һыйырҙарҙы һауып, ҡәйнәһенә
хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп тә өлгөрөргә тура килә ине. Әсәйемә 83 йәш тулды. Уның яҙмышына байтаҡ һынауҙар төштө. Атайымдың донъялыҡты ҡалдырып китеүе, ә өс айҙан Тажикстан
республикаһында хеҙмәт бурысын үтәгән ҡыҙы Зиләнең һәләк булыуы уның өсөн бик ауыр кисерештәр булды. 2012 йылда оло улы Рифаттың донъялыҡтан китеп барыу ҡайғыһын кисерҙе.
Мин игенсе хеҙмәтенең ауыр булыуын яҡшы беләм. Кескәй генә бөртөктәрҙе хуш еҫле икмәк
иткәнсе, күпме көс түгергә кәрәк?! Шуның өсөн мин игенсе – һөнәр генә түгел, мәңге юҡҡа сыҡмаясаҡ, юғалмаясаҡ сәнғәт, маһирлыҡ, тип иҫәпләйем.

З. Квасняк.
Үрге Ҡыйғы ауылы.
Фотолар ғаилә альбомынан.







Читайте нас: