Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
17 Декабрь 2018, 17:23

КИЛЕМ КИЛТЕРЕҮСЕ ПРОЕКТТАРҘЫҢ ЯҢЫ ЦИКЛЫ

Район аграрийҙары “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кооперацияһын төҙөү буйынса килем килтереүсе проекттар” темаһына арналған семинарҙа ҡатнашты. Кооперация юлының бик үк еңел булмаған тәүге йылы ҡыйынлыҡтарын анализлағандан һуң, алдағы әҙерлек эштәренә мөмкин ҡәҙәр етди ҡарарға хәл ителгән. Был эштең үҙенсәлектәрен аңлатырға “Ауыл хужалығы консультациялары үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһының ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү бүлеге начальнигы А. Гәрәйшина килгәйне.

Семинарҙың эшен район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов асты. “Табыш килтереүсе проекттарҙың яңы циклы башланды. 2019 йылға кооперативҡа берләшеп, ит, һөт, файҙалы дарыу үләндәре йыйыу һәм эшкәртергә, ҡаҙ үҫтерергә теләгән алты ауыл биләмәһенән ғаризалар ҡабул ителде. Беҙҙә етештерелгән продукцияға һорау бар, уйланылған пландарҙы тормошҡа ашырғанда тырышлыҡ талап ителә, халыҡҡа күпләп картуф үҫтереүҙән дә баш тартмаҫҡа кәрәк, киреһенсә, Ҡыйғы картуфы беҙҙең райондың танылған аҙыҡ бренды булһын ине. Районда кооперация хәрәкәтен артабан да үҫтерергә кәрәк,” – тине Шамил Радил улы.
“Ауыл хужалығы консультациялары үҙәге” дәүләт бюджет учреждениеһының ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү бүлеге начальнигы А. Гәрәйшина семинарҙа ҡатнашыусыларҙы кооперация хәрәкәтен үҫтереүҙең норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәре: 1995 йылдың 8 декабрендәге 193-сө һанлы “Ауыл хужалығы кооперацияһы тураһында” Федераль закон, Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2018 йылдың 30 мартындағы 44-се һанлы “2018–2020 йылдар ағымында БР-ҙа ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү концепцияһын раҫлау хаҡында” бойороғо менән таныштырҙы.
Әлфиә Мәүлит ҡыҙы әйтеүенсә, 2018 йылда республикала табыш килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу иҫәбенә 150 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы төҙөлгән. Уларҙың күбеһе ауыл хужалығы продукцияларын тәрән эшкәртеү менән шөғөлләнә башлаған да инде. Халыҡ араһында бындай продукция ҙур һорау менән файҙалана, уларҙың хаҡы ла юғары булғанлыҡтан, кооперативтар юғары рентабеллек процентына эйә.
Шулай уҡ белгес беҙҙең районда кооперативтар үҫеше өсөн етерлек ресурс потенциалы булыуын да билдәләп китте. Кооператив эшмәкәрлегенең икенсе йылына ауыл хужалығы продукцияһы етештереү, ташыу, һаҡлау, киптереү, сорттарға бүлеү, эшкәртеү, үлсәп төрөү һәм күмәртәләп-ваҡлап һатыу өсөн техника, ҡорамалдар, ангарҙар һатып алырға мөмкин. Был маҡсатҡа республика бюджетынан өс миллион һумға саҡлы аҡса бүленә.
Л. Саҙретдинова.

Читайте нас: