Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
21 Декабрь 2018, 19:57

“Ауыл хужалығы кооперацияһы – ресурстарҙы, техниканы һәм бизнесты берләштереү”

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының I съезы үтте. Уның эшендә район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин етәкселегендә беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты.

Ришат Ғәбделхаҡ улы һөйләүенсә, “Кооперация – аграр бизнесты үҫтереүгә уникаль юл” пленар ултырышы форумдың төп өлөшөн тәшкил иткән.
Беҙҙең аграрийҙар һуңғы ваҡытта ресурстар, техника, бизнес-идеяларҙы берләштереү мөһимлеген аңлай. Һуңғы 2 йылда ғына 3 меңләп шәхси ихата һәм фермер хужалығы 200-ҙән ашыу ауыл хужалығы кооперативына берләшкән. “Беҙҙең республика ауыл хужалығы кооперацияһындағы килем килтереүсе проекттар буйынса пилот төбәк булып тора,” – ти БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры И. Фазрахманов.
Был мөһим форум барышында ауыл хужалығы кооперацияһына ярҙам саралары, кооператив төҙөүҙәге хәүефтәр һ.б. ҡаралды. Республика ауыл хужалығы кооперативтары етештергән продукция йәрминкәһе эшләне. БР-ҙың ауыл хужалығы консультациялары үҙәге “түңәрәк өҫтәлдәр” ойошторҙо. Беренсе съезд эше һөҙөмтәһе буйынса ярашлы резолюция ҡабул ителде.

Л. Саҙретдинова.

Читайте нас: