Беҙҙең Ҡыйғы
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ
18 Ғинуар 2019, 13:15

ТӨП МӘСЬӘЛӘ – ОРЛОҠ ӘҘЕРЛӘҮ

“Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” федераль дәүләт учреждениеһы баш агрономы Р. Ильясов биргән белешмәләргә ярашлы, бөтә төр милекселек формаһындағы ауыл хужалығы предприятиеларында 952 тонна яҙғы иген культуралары орлоғо һалынған, шул иҫәптән яҙғы бойҙай орлоғо 529 т, арпа 97 т, һоло 259 т, борсаҡ 60 т, ҡарабойҙай 27 т.

2019 йылдың 15 ғинуарына ҡарата 782 тонна сәсеү материалы сәсеү сифаттарын анализлауға тапшырылған. Һөҙөмтәлә 732 тоннаһы, йәғни 76,9 проценты кондициялы тип танылған.
50 тоннаһы кондицияһыҙ булып тора: 40 тоннаһы – сүплелеге, 10 тоннаһы – шытыусанлығы арҡаһында.
“Бөгөнгә ҡайһы бер крәҫтиән- фермер хужалыҡтары орлоҡтарын анализға тапшырмаған әле. Бының сәбәбе анализды уҙғарыу өсөн аҡсалары булмауға ҡайтып ҡала. Уларға был мәсьәләне яҡын арала хәл итергә кәрәк, сөнки сәсеү эштәренә әллә ни күп тә ҡалмай,” – ти Радик Хәмит улы.

Читайте нас: