Абзай, Арыҫлан, Үрге Ҡыйғы, Ләүзә ауыл биләмәләрендә килем килтереүсе проекттарҙы конкурслы һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн, буласаҡ ҡулланыусылар кооперативтарының инициатива төркөмдәре вәкилдәрен әҙерләү буйынса аңлатыу эше уҙғарылды.
22 ғинуарға ҡарата конкурстың тәүге этабында ҡатнашыуға биш инициатива төркөмө төҙөлгән.
Алағуз ауылы халҡы ауыл хужалығы кооперацияһы төҙөү мәсьәләһенә ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Инициатива төркөмөн белеме буйынса юрист Илнур Зарипов етәкләй. Киләсәктә ул төҙөгән кооператив һөт йыйыу, һыуытыу, һаҡлау һәм эшкәртеү менән шөғөлләнергә ниәтләй. Ошо уҡ ауылда КФХ башлығы Барый Таһиров етәкселегендәге икенсе бер инициатива төркөмө ит етештереү һәм эшкәртеүгә тотонорға теләк белдерҙе.
Аҫылғужа ауылында КФХ башлығы Артур Хөснөтдинов үҙенең фекерҙәштәре менән һөт йыйыу һәм сыр етештереү менән шөғөлләнеүҙе планлаштыра. “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин хәбәр итеүенсә, сыр етештереү процесын А. Хөснөтдинов башлап ебәргән дә инде. Ҡурғаш ауылындағы инициатива төркөмө урындағы КФХ башлығы Динар Шакиров етәкселегендә картуф етештереү менән шөғөлләнмәксе.
Үрге Ҡыйғы ауылында шәхси эшҡыуар Радик Әхмәтйәнов һәм инициатива төркөмө ағзалары балыҡсылыҡты үҫтереүгә тотонорға ниәтләй. Бөгөнгә районда өс ауыл хужалығы кооперативы эшләй. 2018 йылда Йыланлы ауылында йәшәүсе Олег Ғиндуллин кооператив төҙөп, 3 миллион һумлыҡ грант алды.
Бөгөн ул һөт һаҡлау һәм һыуытыу өсөн ҡорамалдар һатып алыу менән мәшғүл. Киләсәктә уның кооперативы ошо продукцияны эшкәртеүҙе башлап ебәрәсәк.