Яҙғы баҫыу эштәренә райондың ауыл хужалығы предприятиеларында дым ҡаплау, иген культуралары һәм күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын тырматыуға 25 тырма агрегаты, 15 культиватор агрегаты әҙерләнәсәк. 25 сәсеү агрегаты, шул иҫәптән ике ҡамыл сәскесе (Об-4, СЗС-2,1) һәм “Кузбасс” сәсеү комплексы ҡулланыласаҡ. Тағы ла тупраҡты катуклау өсөн 15 агрегат сығарыласаҡ. Әлеге көндө тракторҙарҙы, тупраҡ эшкәртеү машиналарын һәм сәсеү техникаһын ремонтлау бара. 1 февралгә булған 123 тракторҙың 109-ы йәки 88% төҙөк, сәсеү техникаһының 71% әҙер, культиваторҙарҙың 73%, дискылы тырмаларҙың 87% һәм тешле тырмаларҙың 76% йүнәлтелгән. ”2019 йылғы сәсеү эштәренә район аграрийҙарына 135 тонна дизель яғыулығы, 13 тонна бензин талап ителә. Бөгөнгө көнгә кәрәкле дизель яғыулығының 5 тоннаһы йәғни 3% , 0,5 тонна йәғни 3% бензин бар.
Шулай уҡ яҙғы сәсеү эштәрендә ҡатнашыусыларҙың кисектәрмәй медицина тикшереүе үтеүе мөһим. Эштәр барышында травматизм һәм бәхетһеҙлек хәлдәренә юл ҡуймау маҡсатында етәкселәргә һәм белгестәргә хәүефһеҙлек техникаһы һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса уҡыуҙар үткәрергә кәрәк,” – тип һөйләп китте “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы баш инженеры О. Ғиниәтуллин.
“Красный Урал” АПК- һында ремонт эштәре йылдам бара. Йыланлылар “ДТ-75” гусеницалы тракторын әҙерлек һыҙығына ҡуйған, бөгөн ике “ЮМЗ-6” тракторын ремонтлау менән мәшғүл.
“Бер тәгәрмәсле тракторҙың – двигателен, икенсеһенең тапшырыуҙар коробкаһын һүттек, – тип һөйләй хеҙмәтсәндәр. – Артабан “МТЗ-82” тракторының двигателен көйләйәсәкбеҙ”.
Тупраҡты, ужымдарҙы, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға өс агрегат сығарыласаҡ. Тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеү өсөн бер КПГ-4,2 культиваторы әҙер, икенсеһе ремонт стадияһында. “Яҙғы баҫыу эштәренә етерлек күләмдә дизель майы запасын булдырғанбыҙ, дизель яғыулығын алып ҡайтырға йыйынабыҙ,” – ти хужалыҡтың баш инженеры А. Ниғмәтйәнов.