Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры И. Фазрахманов алып барҙы. Үҙенең сығышында ул бөгөн ауыл хужалығында күләмдәрҙең түгел, ә һөҙөмтәлелектең мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был үҫемселектә бер гектарҙың, бер килограмм һөт йәки ит етештереүҙәге һөҙөмтәлелекте аңлата. “Шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын экспортҡа сығарыу ҙа мөһим йүнәлеш булып тора. Күп позициялар буйынса илдең агросәнәғәт комплексы ил халҡы ҡулланғандан күберәк продукция етештерә. Экспорт эске баҙарҙы артыҡ продукциянан бушатырға ярҙам итәсәк һәм ауыл хужалығының артабан үҫешеүенә стимул бирәсәк. Уҙған сезонда Башҡортостандан тимер юлы ярҙамында ғына 600 мең тоннаға яҡын ашлыҡ сығарылды, шуның 300-е экспортҡа китте. Был күрһәткес 2017 йыл менән сағыштырғанда биш тапҡырға күберәк,” – тип билдәләне Илшат Илдус улы.
БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Р. Нуриәхмәтов төбәктә агро-сәнәғәт комплексын үҫтереүҙәге маҡсатлы ориентирҙар, дәүләт ярҙамы буйынса төп йүнәлештәр хаҡында һөйләне. “Дәүләт быйыл аграрийҙарға ярайһы уҡ етди ярҙам күрһәтәсәк. Үҫемселек өлкәһенә бәйләнешле булмаған ярҙам бүлгәндә бер үк ваҡытта бер нисә коэффициент ҡулланыласаҡ. Мәҫәлән, тупраҡты эзбизләү буйынса башҡарылған эштәр өсөн ул – 1,4, ә ҡуҙаҡлы иген культуралары өсөн 3 тәшкил итәсәк,” – тине ул.
Шулай уҡ ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Ю. Лысов менән И. Сураков сығыш яһаны, улар “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының бер өлөшө булған “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа сығарыу” федераль проекты, “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты менән таныштырҙы.
Сараның практик өлөшөндә ҡатнашыусылар агросәнәғәт комплексы предприятиеларында булды.