2018 йылда беҙҙең районға 17,257 миллион һум күләмендә субсидия бүленгән. Шул иҫәптән:
– үҫемлекселек өлкәһенә бәйле булмаған ярҙам – 1838,3 мең һум;
– һатылған һөт өсөн – 4549,5 мең һум;
– ит тоҡомо малын аҫрауға – 749,5 мең һум;
– элиталы орлоҡ һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға – 510 мең һум;
– кредиттар буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплауға – 1027,8 мең һум;
– тоҡомло мал һатып алыуға – 1807 мең һум;
– ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға – 241,5 мең һум;
– химиялаштырыу саралары һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға – 132,4 мең һум;
– яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам – 2818,2 мең һум;
– килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыуға – 2679,4 мең һум. Федераль һәм республика программалары ярҙамында районда малсылыҡ үҫешә. 7 йыл эсендә 16 фермер хужалығы “Эш башлаусы фермер” һәм “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программалары буйынса 32,5 миллион һумдан ашыу суммаға гранттар алды.
Быйыл яңы башлаған фермер Ф. Вәлиуллин техника һатып алыуға 2818,2 мең һумлыҡ грант яуланы.